Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
30 Июнь 2020, 13:35

Уның тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр

Үҙ һөнәренең оҫтаһы һәм һоҡланғыс кеше Зарипов Рәфис Шәрифйән улы 68-се йәшендә вафат булды.

Р. Ш. Зарипов 1953 йылдың 3 февралендә Әлшәй районы Торонтайыш ауылында донъяға килә. 1975 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын “Ҡыҙыл Октябрь” колхозында агроном булып башлай. 1978 йылда Тельман исемендәге колхоздың профсоюз комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. 1972 йылдан 1982 йылға тиклем – Киров исемендәге колхоздың баш агрономы, артабан “Октябрҙең 50 йыллығы” колхозында тәүге партия ойошмаһы секретары булып эшләй. 1983 йылда КПСС-тың Әлшәй райкомы ауыл хужалығы бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә, 1985 йылда партия-ревизия комиссияһы рәйесе була. 1990 йылда Әлшәй ремтехпредприятиеһы агроцехының директор урынбаҫары булып эшләй. 1977 йылда “Раевка” совхоз-заводының ауыл хужалығы производствоһы буйынса директор урынбаҫары итеп күсерәләр. 2003 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы, Әлшәй районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы булып хеҙмәт һала. Рәфис Шәрифйән улы үҫемлекселек тармағында ойоштороу-технологик йәһәттән етәкселек эшен уңышлы алып барҙы, алдынғы технологиялар һәм яңылыҡтар индереү менән шөғөлләнде. Уның ҡатнашлығында орлоҡ әҙерләү, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан, ҡоротҡостарҙан дөйөм һаҡлау процесы яҡшырҙы, сорттар яңыртылды.

Үҙ эшенең оҫтаһы Р. Ш. Зарипов ҡайҙа ғына эшләһә лә, бөтә көсөн, оҫталығын, энергияһын, белем һәм тәжрибәһен ҡулланып, район үҫеше өсөн хеҙмәт һала. Уның ҡаҙаныштары бик күп наградалар менән баһалана. Ул үҙенә генә хас эшһөйәрлеге менән айырылып тора, ысын күңеленән тыуған ерен һәм шунда эшләгән кешеләрҙе ярата, хөрмәт итә. Хеҙмәттәштәре уны компетентлылығы, изге күңеллелеге, баҫалҡылығы һәм ябайлығы өсөн яратты һәм ихтирам итте.

Һоҡланғыс кеше Зарипов Рәфис Шәрифйән улы тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Д. Р. Мостафин, С. Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов,

А. Т. Солтанғолов, С. В. Трунова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников, Ф. Ғ. Хәйбрахманов, Н. М. Әминев.

Читайте нас: