Тренер-уҡытыусы, остаз, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, яҡын дуҫыбыҙ Платонов Геннадий Николаевич 15 майҙа вафат булды. Беҙ барыбыҙ ҙа ҙур юғалтыу кисерҙек. Ул тыуған районында хоккей үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Беҙ остазыбыҙ, фекерҙәшебеҙҙе юғалттыҡ. Уның бөтә ғүмере – һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һәм спорт өсөн янып йәшәү.
Геннадий Николаевич ҡырҡ йылға яҡын хоккей буйынса тренер-уҡытыусы булып хеҙмәт һалды. Ул бар белемен, бай тәжрибәһен тәрбиәләнеүселәре менән уртаҡлашты. Уның ярҙамы менән йәш хоккейсылар сәкән һәм шайба менән уйнау серҙәренә генә төшөнмәне, тормошта килеп тыуған ауыр хәлдәрҙең мәғәнәһен һәм сәбәптәрен эҙләүсе ысын кешеләр булырға ла өйрәнде.
Геннадий Николаевич игелекле, асыҡ йөҙлө, иғтибарлы булды, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан кеше ине – уны тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр хөрмәт итте. Үҫмерҙәрҙең донъяға ҡарашы формалашҡан ҡатмарлы осорҙа бер маҡсат менән яныусы, ҙур тәжрибәгә эйә, ныҡлы характерлы һәм тәрән белемле, бала күңелен аңлаусы тренер етәкселек иткән коллективҡа килеп эләгеүе - ниндәй ҙур уңыш. Геннадий Николаевич тәрбиәләгән йәш хоккейсылар төрлө ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеү яулай. Үҙ эсенә бикләнгән, ҡыйыуһыҙ үҫмерҙәрҙән берҙәм, яҡшы команда төҙөй белде ул, унда һәр кемдең шәхси сифаттары юғалып ҡалмай, ә киреһенсә, тулы ҡеүәтенә асыла ине.
Г. М. Платонов бөйөк уҡытыусылыҡ һәләтенә эйә ине – тәрбиәләнеүселәренең яҡшы яҡтарын күрә белде, үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итте, ҡуйылған маҡсатҡа һәр кемде ышаныслы алып барҙы. Хоккей тартмаһынан тыш та, тәрбиәләнеүселәре янында булырға, кәңәш бирергә һәм ярҙамға килергә әҙер ине.
Бөгөн арабыҙҙа шундай ихлас, асыҡ йөҙлө, кешегә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер дуҫыбыҙҙың булмауы бик ауыр. Ул беҙҙең өсөн һәр ваҡыт зирәк аҡыл һәм ярҙамсыллыҡ, һөнәренә тоғролоҡ үрнәге булып ҡаласаҡ.
Бер төркөм иптәштәре.