Районыбыҙҙың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы исеменән мәғариф ветераны Зәйтүнә Даянова изге теләктәрен, ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Мәрфүғә Шәйхетдинова, Гөлнәзирә Ғәлимуллина, Гөлли Әлимғолова ла юбилярҙы тәбрикләп, матур теләктәрен әйтте.
Яңы Ҡыпсаҡ ҡыҙы Камилә инәй Ҡыпсаҡ–Асҡар ауылынан Ҡасим Зиннәт улына кейәүгә сығып, 63 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Ғүмерҙәре буйы колхозда эшләйҙәр, баһадирҙай алты ул тәрбиәләп үҫтереп оло тормош юлына сығара улар. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡасим бабай Собханғолов бөгөн арабыҙҙа юҡ инде. Камилә инәй улдары-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, уларҙың иғтибар-хәстәрен тойоп, һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер итә. Хөрмәтле инәйгә алдағы көндәрҙә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.