Гөл-сәскәләр үҫтерергә яратҡан кеше ниндәй сифаттарға эйә була икән? Әлбиттә, тәү сиратта, уңған, өлгөр, матурлыҡҡа ғашиҡ, тормошто, әйләнә-тирәне яратҡан, асыҡ күңелле, эскерһеҙ булалыр. Ә бына психологтар әйтеүенсә, сәскә атҡан бөтә гөлдәр ҙә кешенең ижади һәләтен дә үҫтерә икән.
Ә бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы уңғандары - береһенән-береһе матур гөлдәр үҫтергән Зөлфиә Шафиҡова, Фәнзилә Әхмәтова, Тәлиға Ниғәмәтйәнова, Миңлегөл Солтанова.