Әлшәй хәбәрҙәре
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
8 Июнь 2020, 13:00

«Барыһы өсөн дә яҙмышыма рәхмәтлемен…»

Ошо көндәрҙә республиканың атҡаҙанған халыҡ мәғариф хеҙмәткәре, райондың почетлы гражданины, бөтә ғүмерен тыуған Әлшәй районына арнаған Фәрит Ғөбәй улы Хәйбрахманов үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 70 йәшен билдәләй.

Ул сылтырап аҡҡан шишмәләр төбәге - Түбән Әүрез ауылында июнь айының эҫе бер көнөндә яугир фронтовик Ғөбәйҙулла Хәйбрахмановтың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайға, ағаһы һәм ҡустыһы кеүек, ышаныслы ата-әсә ҡанаты аҫтында үҫергә насип булмай. Әсәйҙәре вафат булғанда, Фәриткә ни бары ике йәш тула, ун йәшлек сағында атайһыҙ ҙа ҡала. Малайҙарҙы атаһының икенсе ҡатыны – Асия инәй тәрбиәләп үҫтерә.

- Бәләкәй балалар менән тол ҡалған инәйемә утыҙ биш йәш тә тулмаған була, - тип хәтерләй бала саҡ йылдарын Фәрит Ғөбәй улы. – Ә ул ваҡытта беҙ алты бала инек инде! Атайыбыҙҙың фажиғәле үлеменән һуң, ни тиклем ауыр булмаһын, ул беҙҙе балалар йортона тапшырмай. Асия инәйҙең атаһы Әбелғата олатайым бик аҡыллы һәм диндар кеше була, ул: «Балаларҙы үҙебеҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтырырбыҙ», - ти. Шулай итеп, бөтә туғандар бергәләп беҙҙе ҡарашты, төрлө яҡтан ярҙам иттеләр. Урта Азиялағы туғандарыбыҙ кейем-һалым, тәм-томдар менән посылка ебәргәндәре әле лә хәтеремдә.

Беҙ Асия инәйемә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, уның эргәһендә мин дә, туғандарым да үҙебеҙҙе етем тойманыҡ. Әсәйебеҙ өсөн беҙ барыбыҙ да бер туған булдыҡ. Ул балаларын бер төрлө тәрбиәләне һәм яратты, бөгөн дә ағай-ҡустыларыбыҙ һәм берҙән-бер, иң кесе яратҡан һеңлебеҙ менән беҙ - ҙур ғаилә, туғанлыҡ ептәребеҙ ныҡлы, – ти юбиляр.

Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, кесе йәшенән үк физик хеҙмәткә күнеккән Фәрит, туған колхозында ат ҡараусы булып эшләй башлай. Бер йылдан мәктәпте ун йыллыҡ итеп үҙгәртәләр һәм директор Рәүеф Ғарип улы Ғиниәтуллин кәңәше менән, егет йәнә парта артына ултыра, йәйге каникулдарҙа комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Аттестат алғас, тимер юл техникумына уҡырға инә, әммә бер-ике айҙан һуң уны армияға алалар. Ике йыл Германияла хеҙмәт итә. Армиянан һуң төплө фекерле егеттә уҡытыусы сифаттарын күргән туғаны - партия хеҙмәткәренең кәңәшен тотоп, Фәрит район халыҡ мәғарифы бүлегенә бара. Ул ваҡытта ауыл мәктәптәренә уҡытыусылар йыйған булалар. Хәйбрахмановты Отрадаға хеҙмәт һәм физкультура уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Шулай итеп, 1971 йылда 20 йәшлек егет педагогик эшмәкәрлеген башлай.

Бер йылдан ул ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Мәктәптә уңышлы эшләгән егетте өс йылдан математика уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире итеп, тиҙҙән Отрада һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр.

– Отрадала ун йыл эшләү минең өсөн яҡшы мәктәп булды. Бында мин тәүге һөнәри күнекмәләр алдым, балалар, ата-әсәләр, коллегалар менән аралашырға, төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәндем. Мәктәп директоры Иван Николаевич Чигриндың тормош һабаҡтары минең өсөн юл күрһәтеүсе яҡты йондоҙ булды, - ти Ф. Ғ. Хәйбрахманов.

Ғөмүмән, йәш педагог һәм директор эргәһендә һәр ваҡыт зирәк остаздары була. Фәрит Ғөбәй улы Раевка 2-се мәктәбе директоры Владимир Петрович Чижиков, 1-се мәктәп директоры Виталий Владимирович Калиев, Торонтайыш мәктәбе директоры Әсхәт Ғиндулла улы Ғимаев, Ташлы мәктәбе директоры Радик Тимерхан улы Мостафин, Ғәйнәямаҡ ауылы директоры Гәүһәриә Нәби ҡыҙы Нәбиева һәм башҡа бик күптәрҙең аҡыллы кәңәштәрен әле булһа онотмай, рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.

Йәш һәм перспективалы етәксенең уңыштары иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Тиҙҙән Ф. Ғ. Хәйбрахмановты Раевка 1-се урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла Фәрит Ғөбәй улы белем усағының эшен яйға һалып, уны алдынғылар иҫәбенә сығарып, үҙен талантлы педагог һәм ойоштороусы булараҡ күрһәтә.

Әлшәй райондағы иң ҙур мәктәп етәксеһенең лидерлыҡ һәләттәрен һәм хеҙмәт емештәрен республикала ла күрәләр. Тиҙҙән көслө педагогик коллектив туплаған Раевка 1-се урта мәктәбе директорын район халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны биләгән осорҙа Фәрит Ғөбәй улы мәғариф өлкәһенә сифатлы үҙгәрештәр индерә: матди-техник база камиллаштырыла, уҡыу-лаборатория һәм спорт ҡорамалдары яңыртыла, ауыл мәктәптәре йыһазландырыла, мәктәп китапханалары фонды тулыландырыла, белем биреү сифатын яҡшыртыу буйынса күп эштәр атҡарыла.

Халыҡ мәғарифын үҫтереү буйынса эште Фәрит Ғөбәй улы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән ваҡытында ла планлы рәүештә дауам итә. Ошо вазифаға ул 1995 йылда тәғәйенләнә. Был ҡарар нигеҙле була, сөнки заманса шарттарҙа эшләү өсөн халыҡ араһында абруй ҡаҙанған һәм идара итеү эшмәкәрлегендә ҙур тәжрибә туплаған яҡшы әҙерлекле кеше кәрәк.

Фәрит Хәйбрахманов утыҙ йылдан ашыу ғүмерен мәғарифҡа арнай. Ошо дәүерҙә мәктәп директорҙарының, балалар баҡсалары етәкселәренең, педагогтарҙың яңы быуыны үҫеп сыға, мәғариф системаһы ла тамырынан үҙгәрә. Фәрит Ғөбәй улы ла үҫмерҙәрсә ҡыҙыҡһыныу менән һәр яңылыҡты отоп алырға тырыша. Тап ошо һыҙаты уға һөнәри белем кимәле, ойоштороу һәләте, тәжрибәһе менән бер рәттән, яңы профессиональ эшмәкәрлегендә – Әлшәй район Советы секретары вазифаһын биләгән саҡта кәрәк була.

- Был дәүер ҙә минең өсөн ҡыҙыҡлы һәм емешле осор булды, - ти район Советында эшләгән йылдары тураһында юбиляр.

Ул ваҡытта урындағы үҙидара тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙар кисерҙе, шуға бәйле хоҡуҡи документтарҙы эшләү буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Тап ошо осорҙа муниципаль район һәм ауыл биләмәләре уставтары, уларға төҙәтмәләр һәм өҫтәлмәләр, 20-нән ашыу маҡсатлы район программаһы һәм 80 норматив документ, район символикаһы – Әлшәй районы гербы һәм флагы раҫланды. Ф. Ғ. Хәйбрахмановтың башланғысы менән райондың Почетлы гражданины тураһындағы положение эшләнде һәм бойомға ашырылды, ауыл биләмәләре хакимиәте һәм хеҙмәт коллективтары ҡатнашлығында спартакиадалар үткәреү традицияһы ҡайтанан тергеҙелде.

Үҙенең тырыш хеҙмәте, эшенә тоғролоғо, яуаплылығы менән халыҡ араһында абруй һәм ихтирам яулаған хөрмәтле ир-уҙаманға ял итергә лә мөмкин булыр ине. Әммә арыу-талыу белмәҫ оҫта ойоштороусы бөгөн, 70 йәшендә лә, һаман сафта, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Уның күп йыллыҡ етәкселек тәжрибәһе әле лә бик кәрәкле – бына бер нисә йыл инде Фәрит Ғөбәй улы район ветерандар советы рәйесе булып эшләй.

- Әгәр ҙә миңә тормошомдо яңынан башларға тура килһә, һис тә икеләнмәй, ошо уҡ юлды һайлар инем. Яҙмыш миңә тыуған еремдә иңгә-иң терәп хеҙмәт һалырлыҡ яҡшы кешеләр менән эшләү бәхете бүләк итте. Һөнәремде дөрөҫ һайлауым, бала саҡтан һеңдерелгән ныҡышмалылыҡ һәм эшһөйәрлек сифаттары ҙур уңыштарға өлгәшергә ярҙам итте. Мин эштән дә, ғаиләмдән дә уңдым. Яҙмыш һөйөклө тормош иптәшем Гүзәл Һибәт ҡыҙы менән осраштырҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөгөн фани донъяларҙа юҡ инде. Ҡатыным ышаныслы терәгем булды, уның ярҙамы менән юғары уҡыу йортон тамамланым, бөгөнгө уңыштарым менән дә тәү сиратта уға бурыслымын. Бергәләшеп өс һоҡланғыс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек, хәҙер ейәндәрем уңыштары менән ҡыуандыра. Мине үҙ улылай күреп, тәрбиәләп үҫтергән әсәйем әле иҫән, оҙаҡламай уға 95 йәш тула! Эргәмдә мине яратҡан туғандарым, яҡындарым бар. Инде әйләнеп үткәндәргә ҡараш ташларға һәм яҙмышыма рәхмәт әйтергә генә ҡала...

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: