Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
4 Июнь 2020, 19:00

Ҡулдарынан гөлдәр тама, йөҙөндә ай нурҙары...

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы китапханаһы "Тәҙрә төбөм гөл генә" тип аталған бик күркәм акция иғлан иткән.

- 10 июнгә тиклем дауам иткән был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Уның шарттары буйынса, ҡатнашыусылар өйҙәрендә үҫкән гөлдәре менән фотоға төшөп беҙгә ебәрергә тейеш. Ауылыбыҙҙа матурлыҡҡа мөкиббән хужабикәләр, күҙ яуын алырлыҡ гөлдәр үҫтереүселәр күп икән. Мәҫәлән, Нәфисә Ғәбитова, Рәмзиә Иманғолова , Рәүиҙә Иманғолова, Инсиә Зәйнуллина, Мәрфуға Шәйхетдинова, Миңлегөл Иманғолова, Эльза Иманғолова, Гөлгөнә Зөлҡәрнәева, Наилә Исламова, Зәлиә Кирәева, Әҡлимә Иҫәнова был акцияны күтәреп алып, яратҡан гөлдәре эргәһендә фотоға ла төшкән, - тип матур яңылыҡ еткерҙе беҙгә Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Рәмзиә Иманғолова.

Читайте нас: