Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
1 Июнь 2020, 18:00

Күңел йылытыр хәтирәләр

Был коронавирус тормошобоҙҙо ҡырҡа үҙгәртте лә ҡуйҙы, шул сәбәпле, Вәкил ағай менән дә телефон аша ғына әңгәмәләшергә тура килде.

Әммә һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы һәм ихлас булды. Ә инде ул йырлап та ебәргәс... Уйҙарым менән бала саҡҡа, пластинканан билдәле татар йырсыларының яҙмаларын тыңлаған ваҡыттарға әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Эйе, уның тембрына, моңло тауышына бөгөн сәхнәлә микрофон тотоп һикергеләп йөрөгән ҡайһы бер йәш йырсыларға көнләшергә генә ҡала.

Алсаҡ күңелле, аралашыусан, шаян холоҡло, шуға ла тормош ҡаршылыҡтарын лайыҡлы үткәргәндер ул, бәлки. Ә һынауҙар Вәкил Ғәлишин өлөшөнә мул төшә.

Ул ишле ғаиләлә икенсе бала булып, 1942 йылда Миәкә районының Елдәр ауылында донъяға килә. Механизатор атаһы бронь буйынса тылда ҡала, әммә оҙаҡламай уны ла фронтҡа алалар. Ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр яраланғас, бик оҙаҡ госпиталдә дауалана, аҙаҡ уны өйөнә ҡайтаралар. Яугир һуғыш йылдарында күргән ауыр михнәттәре хаҡында балаларына әсенеп һөйләр булған. Ә әсәһе башҡалар менән бер рәттән, колхозда сәсеүлектәрҙе утауҙа, иген йыйыуҙа, көлтә бәйләүҙә ҡатнаша, имсәк балаһын да үҙе менән баҫыуға йөрөтә. Үҫә төшкәс, малай көнө буйы елгәргес әйләндереүсе әсәһе янына үҙе бара башлай. Әсә кеше наҡыҫ ҡына төшкө аҙығын да улы менән бүлешә...

Ауылда ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар кесе йәштән үк хеҙмәткә өйрәнеп үҫә. Вәкил дә бөтмәҫ өй мәшәҡәттәренән, ата-әсәһенә ярҙам итеүҙән тыш, һеңлеләрен һәм ҡустыһын ҡараша, каникул ваҡытында колхозда эшләргә лә өлгөрә, көтөү көтә, бесән саба. 13 йәшлек кенә сағында йәйен ҡайын миндектәре әҙерләп һатып, шул аҡсаға әсәһенә бүләккә - яулыҡ, үҙенә мәктәп кәрәк-яраҡтары алыуы тураһында ғорурланып һөйләй.

Өфө ҡалаһында шофер һөнәренә уҡығандан һуң, егет өс йыл армияла ракета ғәскәрендә хеҙмәт итә. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, буласаҡ тормош юлдашын осратып, ғаилә ҡора, туй үткәрәләр. Яҙмыш еле уларҙы беҙҙең районға, Раевкаға, алып килә.

- “Башсельстрой” автотранспорт контораһына эшкә урынлашырға барғас, миңә ташландыҡ, йөрөргә яраҡһыҙ тиерлек ГАЗ-63 машинаһын тәҡдим иттеләр. Гараж етәксеһе, әгәр ошоно йүнәтеп эшләй алһаң, киләһе йылға яңы машина бирәбеҙ, тип вәғәҙәләне. Һүҙендә торҙо бит әй, миңә өр-яңы, заводтан саҡ сыҡҡан ЗИЛ-130 үҙбушатҡысын бирҙеләр, - тип йылмайып иҫкә ала ул йылдарҙы Вәкил Ғөбәйҙулла улы.

Ойошманың контораһы Өфөлә, автогараж Дәүләкәндә урынлашҡан була, ә эш урыны - беҙҙең район үҙәгендә. Тәүге йылдарҙа машинаны асыҡ һауала ҡалдырырға тура килә, ҡыш көнө түбәһенә тиклем ҡар күмеп киткән саҡтар күп була. Йәш шофер эшкә иртәрәк килеп, техникаһын ҡарҙан таҙарта ла, алыҫ юлға материал артынан елдерә.

- Етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа районда төҙөлөш эштәре ҡайнай, Раевкала Ленин, Космонавтар һәм Киров урамдарында ике ҡатлы йорттар, һөнәрселек училищеһы, ауылдарҙа мәктәптәр, фермалар төҙөлдө. Беҙҙең контора ПМК- 546 ойошмаһын техника менән тәьмин итә ине. Нимәләр генә ташырға тура килмәне: Красноусолдан быяла, Салауаттан цемент, Стәрлетамаҡтан эзбиз һәм таҡта,- тип уйҙары менән алыҫ үткәндәргә байҡау яһай хеҙмәт ветераны.

Яуаплы, тәртипле, тырыш шофер сатлама һыуыҡта ла, йәйге селләлә лә, көҙгө бысраҡта ла һәр ваҡыт юлда була. Уның фотоһүрәте “Башсельстрой”ҙың Почет таҡтаһынан төшмәй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бик күп грамоталар менән бүләкләнә. ПМК бөтөрөлгәндән һуң, Вәкил ағай “Прогресс” йәмғиәтендә слесарь, аҙаҡ ошо уҡ ойошманың ярҙамсы хужалығында мал ҡараусы һәм ҡарауылсы булып эшләй.

Еңел булмаған хеҙмәтендә, алыҫ юлдарҙа, тормош һынауҙарын, юғалтыу-ҡайғыларын (ә улар аҙ булмай –берҙән-бер улы 16 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша, өс йыл элек һөйөклө ҡатыны ла вафат була) кисерергә уға йырҙар ярҙам итә. Моңло тауышлы Вәкил Ғөбәйҙулла улы клубта үткәрелгән кисәләрҙә һәм концерттарҙа сығыш яһай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Бөгөн дә тәбиғәттән бирелгән моңо менән яҡындарын ҡыуандыра, байрамдарҙа һәр береһен телефон аша яратҡан йырҙары менән тәбрикләй.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран, күршеләре әйтеүенсә, йорт-ҡураһын һәр саҡ тәртиптә тота, баҡсаһында сүп әҫәрен дә күрмәҫһең, машинаһы ла яңы ғына һатып алынған кеүек уның.

Бөгөн ул яңғыҙ түгел. Туғандары, ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашырҙай тормош юлдашы, күңел йылытыр хәтирәләре бар... Һаулыҡ ҡына ҡаҡшамаһын.

Читайте нас: