Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
16 Апрель 2020, 17:45

Ул балаларҙы тәрбиәләне, илһамландырыусы ла булды, фекерләргә өйрәтте

Һоҡланғыс кеше, талантлы уҡытыусы, республиканың мәғариф алдынғыһы Баймөхәмәтов Илдар Сәйетғәли улы 64-се йәшендә вафат булды.

И. С. Баймөхәмәтов 1956 йылдың 20 сентябрендә Әлшәй районы Тәүәтәй ауылында тыуған. 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Шул уҡ йылды хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңы Сәпәш дөйөм белем биреү мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1988 йылда йәш, өмөтлө педагогты шул уҡ мәктәптең директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала ул егерме ете йыл хеҙмәт һала.

Илдар Сәйетғәли улы заманса ҡараш, талапсанлыҡ, әүҙемлек, педагогик коллективтың тырышлығын уҡытыу-тәрбиә биреү бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтә белеү кеүек иң яҡшы сифаттарҙы үҙенә туплаған. Ошо йылдарҙа Яңа Сәпәш мәктәбендә яҡшы матди база булдырыла, уҡытыуҙың кабинет системаһын индереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Директорҙы ихлас, алсаҡ, намыҫлы һәм принципиаль булғаны өсөн ихтирам итәләр. Ул педагогтың һәр эшен ижади ҡарап, үҙ өлгөһөндә коллегаларын дә йәлеп итә белде. Ярҙамсыл, ғәҙел, аҡыллы кеше ине, уҡыусыларына ҙур өмөттәр бағланы. Тырышлығы ла үҙ емештәрен бирҙе. Ул балаларҙы тәрбиәләне лә, илһамландырыусы ла булды, фекерләргә өйрәтте.

И. С. Баймөхәмәтовтың мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Уға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде, “Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнде.

Үҙ эшенең оҫтаһы, һоҡланғыс шәхес Баймөхәмәтов Илдар Сәйетғәли улы тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Д. Р. Мостафин, С. Н. Колеганов, Ш. Ш. Сәлимов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов,

А. Т. Солтанғолов, С. В. Трунова, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ю. Шелковников,

З. Ә. Чупова, З. З. Әхмәтов, Ф. Ғ. Хәйбрахманов, М. А. Дибаев, С. Ә. Кираев.

Читайте нас: