Ташлы ауылы китапханаһы китапханасыһы Фәнисә Ғәлиәкбәрова тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тикшеренеү эштәренә егерме йыл ғүмерен арнаған. Ошо дәүер эсендә ул тыуған яғы тураһында бай материал туплаған.
Эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән ул үҙе генә мауығып ҡалмай, тормош иптәше Айҙар Фәрит улын да йәлеп итә. Бергәләп мәғлүмәт йыялар: ауыл халҡы менән фекер алышалар, архив материалдарын өйрәнәләр, тыуған яҡты өйрәнеү тураһында китаптар уҡыйҙар, интернет ресурстарҙы ла әүҙем ҡулланалар. Һөҙөмтәлә “Ташлы ауылының тарихы һәм шәжәрәһе” тип аталған ҙур булмаған китап баҫтырып сығаралар.
- Тыуған яҡты өйрәнеү – һөнәри эшмәкәрлегемдә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, - ти утыҙ йыл хеҙмәт стажына эйә китапханасы Фәнисә Ғәлиәкбәрова. – “Тыуған яғым бынан башлана” программаһы буйынса эшләйем, уның бурыстары шаҡтай киң: был тыуған яҡты өйрәнеү документтарын йыйыу, эштәрҙе баҫма һәм электрон рәүештә әҙерләү, һирәк осраған китаптарҙың һаҡланышы һәм уларҙы ҡуллана алыу, - ти Фәнисә Ислам ҡыҙы. – Мин үҙәк район китапханаһындағы коллегаларым, район хакимиәтенең архив бүлеге, Ташлы урта мәктәбе, Пионерҙар йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләйем.
Эҙләнеү эшмәкәрлеге барышында фотоархивты һирәк осраған фотолар менән тулыландырҙым. “Одноклассники” селтәрендәге битемдә “Ауылдаштарым – тыл геройҙары” тип аталған мәҡәләмде баҫтырҙым, унда Граждандар һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарым, шулай уҡ “Союз” колхозы эшсәндәре тураһында материалдар ҡуйҙым. Шул уҡ селтәрҙә “Әлшәй районы” төркөмөндә (тыуған яҡ тарихы) 1805 йылдың 7 июлендә Бәләбәй өйәҙе судындағы һорау алыуҙарҙы ла баҫтырҙым. Был - тикшеренеү документтарының береһе, тел яғынан да, һүҙбәйләнештәр бик ҡыҙыҡлы, шулай уҡ тыуған яҡ тарихын өйрәнеү өсөн дә файҙалы. “Һаумыһығыҙ, ташлылар” төркөмөндә ғаилә архивтарынан йыйылған, цифрланған 1970-1990 йылдарҙағы иҫке 60 фотоһүрәт баҫтырҙыҡ.
Фәнисә Ислам ҡыҙы шулай уҡ Ташлы, Таштүбә, Баязит ауылдары тарихы, билдәле яҡташтары тураһында мәғлүмәттәр йыя, “Фольклор”, “Тыуған яғыбыҙ риүәйәттәре һәм легендалары”, “Мең ырыуы башҡорттары”, “Ауылдаштар - матбуғат биттәрендә”, “Беҙҙең яҡ таланттары”, “Шәжәрәлә – ауыл тарихы” темалары буйынса папкалар туплай.
Музей эшен дә алып бара ул. “Ҡыҙыҡлы экспонат” күргәҙмәһе музейға килеүселәрҙә һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, унда уҙған быуаттың көнкүреш әйберҙәре: үтектәр, балсыҡ һауыт-һаба, суйын сүлмәктәр, сабата, самауыр, йөн иләү ҡоролмаһы, сигелгән таҫтамалдар тәҡдим ителгән.
Үҙ аллы изоляция режимына тиклем ул экскурсиялар үткәргән, “Йәш тыуған яҡты өйрәнеүсе” клубы ултырыштарында ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыуҙар уҙғарған, улар ауыл тарихы, ауылдаштарының шәжәрәһе тураһында һөйләгән.
- Еңеүҙең 75 йыллығына “Хәниф Мөхәмәтов” – Бөйөк Ватан һуғышының билдәһеҙ геройы” медиахикәйәһен әҙерләйбеҙ, - тип, пландары менән бүлешә, Фәнисә Ислам ҡыҙы. – Хәниф Мөхәмәтов – беҙҙең ауылдашыбыҙ, ҡыйыу йөрәкле Ҡыҙыл армия капитаны. Әсирлеккә эләккәс, ул Бухенвальд лагерында йәшерен көрәш ойоштороусы була. Һөҙөмтәлә 800 хәрби әсир ҡасып, партизандарға ҡушыла. Генерал Шайморатовтың данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһы сафында алышҡан ауылдаштарыбыҙға бағышланған сара ла үткәрәсәкбеҙ. Быларҙың барыһы ла социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк.
Йылдар буйы тупланған бай материал Фәнисә Ғәлиәкбәрованың “Ауылым минең – Ташлы” эшенә нигеҙ һалған, ул уны “Барыһы ла бында, тыуған ауылымда башлана” район конкурсында тәҡдим иткән. Уның медиапрезентацияһы гран-приға лайыҡ була. Был - уның тыуған яҡ тарихы тураһында материалдар туплау һәм өйрәнеү, йәш быуында ғаиләһенең, ауылдың һәм тыуған яғының үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу йүнәлешендәге күп йыллыҡ тырыш хеҙмәтен таныу ул.