Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
7 Апрель 2020, 14:10

Шат йылмайһын балалар!

Бына ишектән атайҙары Айҙар Нәзир улы күренде һәм йылмайып, беҙҙе түргә саҡырҙы.

Йылы ҡояш нурҙарынан кисә генә ирегән ергә еңелсә иртәнге ҡырау төштө. Ҡыш менән яҙ төҫтәре бергә ҡушылды. Ауыл урамын ғәҙәти булмаған тынлыҡ солғап алһа ла, йорттарҙа тормош гөрләй.

Бына беҙгә кәрәкле йорт. Килеүебеҙҙе алдан белгән хужабикә беҙҙе ихатаһында уҡ ҡаршы алды. Әлфинә Рим ҡыҙы иртән-иртүк аяҡ өҫтөндә. Эргәһендә игеҙәк улдары Илмир менән Илвир бөтөрөлә. Улар ҡыҙыҡһынып беҙҙе күҙәтә: кемдәр ҡунаҡҡа килде икән? Бына ишектән атайҙары Айҙар Нәзир улы күренде һәм йылмайып, беҙҙе түргә саҡырҙы.

Ирле-ҡатынлы Нәғимовтар дүрт бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Әлфир – бала саҡтан икенсе төркөм инвалиды, йыш ҡына Раевкала өләсәһендә ҡунаҡта була, ә өйҙә саҡта ҡустыларын ҡарашырға һәм хужалыҡта ярҙам итергә тырыша. Айрат Ниғмәтулла мәктәбендә туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң Өфө колледжына уҡырға ингән, ул слесарь-иретеп йәбештереүсе һөнәре алып сығасаҡ.

Әлфинә Рим ҡыҙы һәм Айҙар Нәзир улы ихата тултырып мал-тыуар аҫрай, үгеҙҙәр, һыйырҙар, таналар, сусҡалар тота.

- Һөттө шәхси эшҡыуарға тапшырабыҙ, ул уны Өфө һөт заводына илтә, итте лә өйҙән килеп алып китәләр. Мин һөнәрем буйынса ашнаҡсы, колхоз бар саҡта ашханала эшләнем, ирем шофер булып хеҙмәт һалды. Ул йәйге миҙгелдә Дибаевтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығында комбайнда һәм тракторҙа эшләй. Өй мәшәҡәттәре лә етерлек: мал күп аҫрайбыҙ бит, йәйен ҡаҙҙар, өйрәктәр, себештәр, баҡса, - ти хужабикә.

1996 йылда Нәғимовтар Ниғмәтулла ауылында йорт төҙөй башлай, быға тиклем иренең ата-әсәһе менән бергә йәшәгәндәр. Өс йылдан һуң иркен, яҡты һәм күркәм йорттарына күсәләр. Әлфинәнең дә, Айҙарҙың да ғаиләләрендә дүртәр бала үҫкән. Дөрөҫ, иренең ғаләһендә – өс малай һәм бер ҡыҙ, ә уларҙа, киреһенсә, өс ҡыҙ һәм бер малай. Хәҙер бына үҙҙәре дүрт малай тәрбиәләй.

- Иң мөһиме һау-сәләмәт булһындар инде . Беҙ бер бала көттөк, ә Хоҙай бер юлы ике сабый бирҙе! Илвир Илмирҙан бер нисә минутҡа ғына алдараҡ донъяға килде. Улар бик татыу, иртә таңдан торалар, бергәләшеп һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуабыҙ. Әсәлек капиталын киләсәктә малайҙарыбыҙға белем алырға тотонорбоҙ, бәлки, башҡа әйбергә кәрәге сығыр. Улдарыбыҙ үҫкәс, күҙ күрер әле, - ти Әлфинә Рим ҡыҙы.

Малайҙар бик шуҡ, әле русса, әле татарса һөйләшәләр, әсәйҙәре янына килеп, иркәләнеп тә китәләр. Бына шундай минуттарҙа инде балаларҙың шат көлөүҙәренән дә ҙурыраҡ бәхеттең юҡ икәнен аңлайһың.

Читайте нас: