Ул ауылда тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдыра һәм мәсет асыуға булышлыҡ итә. Егерме йылға яҡын һирәк осрай торған экспонаттар йыйған. Бөгөн бында теләге булған һәр кем боронғо әйберҙәр, ата-бабаларыбыҙҙың тормошо һәм көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли йолалар менән таныша ала.
2001 йылдың июнендә Ишембай электр селтәрҙәренең буш торған бинаһында Клара Ярулла ҡыҙы музей ойоштора.
- Хаҡлы ялға сыҡҡас та, музей асыу теләге менән яна башланым. Өҫтәүенә бина минең йортом эргәһендә генә, - ти Клара апай. – Ишембайға етәкселектән бинаны музей өсөн биреүҙәренә рөхсәт һорап барҙым. Теләһә ниндәй шарттарға ла риза инем. Һөҙөмтә мин көткәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ килеп сыҡты. Шул уҡ көндө рөхсәт бирҙеләр. Икенсе көндө үк тормош иптәшем менән ремонт эштәренә тотондоҡ, бөтә территорияны таҙартып, йылдар буйы йыйылған сүп-сарҙы сығарҙыҡ.
Унан һуң бында дин тотоусыларҙы йома намаҙына саҡыра башланыҡ, дини байрамдар үткәрҙек. Был эштәрҙе алып барыу миңә бик оҡшай ине. Шул тиклем мауыҡҡайным, хатта ауырлыҡтарҙы ла һиҙмәнем, ә улар күп булды...
Был эш менән бер рәттән тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыу менән дә шөғөлләнә ул. Уның экспозицияһы нигеҙенә, башлыса, ғаиләләренең шәхси әйберҙәре ингән. Һәр эшкә лә маһир атаһы яһаған комодты, шифоньерҙы, көҙгөнө музейҙа мебелде ҡәҙерләп һаҡлай Клара апай. Шул ваҡыттарҙағы кейемдәр ҙә бар бында. Әсәһе Рәбиғә үҙенең туғыҙ балаһына ғына түгел, ә барлыҡ ауылдаштары өсөн дә кейем теккән билдәле тегеүсе булған. Уның тегеү машинаһы ла музейҙа урын алған.
Тынғыһыҙ, мауығыусан ханым әкренләп коллекцияһын тулыландыра. Экспонаттар төрлө райондарҙан килтерелә. Ул музейҙы 19-сы быуаттағы ауыл өйө кеүек эшләргә тырыша. Бүлмәлә туҡыу станогы тора, эргәлә бишек эленгән. Элек бит ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән дә, балаһын да үҫтергән, бәйләгән, теккән, сигеү сиккән һәм балаҫ һуҡҡан.
Музейҙың стеналарын рауза сәскәләре төшкән аҫалы балаҫтар биҙәй, боронғо сигеүле таҫтамалдар күргәҙмәһе лә бар. Нәфис биҙәкле селтәрҙәр, зауыҡлы итеп сигелгән ашъяулыҡтар, шәлдәр һәм яулыҡтар тупланған. Шулай уҡ төрлө самауырҙар һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм әйберҙәре бар. Быларҙың барыһын да Клара Ярулла ҡыҙы коллекцияһы өсөн бөртөкләп йыйған.
Уның эшмәкәрлегенең икенсе йүнәлеше – тыуған яҡ тарихын өйрәнеү. Ул Үрәҙмәт, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының Үрге һәм Түбән Уҫылы ауылдары тураһында бай материал йыйған. Шәжәрә төҙөү менән дә шөғөлләнә. Үрәҙмәт ауылында ғына ла утыҙ ырыу тарихын бергә йыйған. Ниндәй ентекле һәм тырыш хеҙмәт! Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында ла бай материал тупланған, ауылдың бик күп ғаиләләренең йылъяҙмаһы ҡуйылған. Талантлы яҡташтары тураһында ла күргәҙмә бар.
Клара Ярулла ҡыҙы яратҡан эшенә күпме көс һәм күңел йылыһын бирә. Һуңғы дүрт йылда иҫке бина күҙгә күренеп күркәмләнгән. Бинаның тышҡы яғына ремонт эшләнгән, эсен яңыртаһы ғына ҡалған. Күптән түгел бында электр селтәре һуҙылған.
- Изге күңелле кешеләр ярҙамында, Алла бирһә, Ҡорбан байрамынан һуң, бинаның эсендә лә ремонт эштәре башларбыҙ, - ти Клара Ярулла ҡыҙы.
Райондың почетлы гражданины Клара Туҡаева.