Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
11 Март 2020, 17:35

Ҡыпсаҡтар китап уҡырға ярата

Ҡыпсаҡ-Асҡар китапханаһы иғлан иткән “Китап бүләк ит!" акцияһын ауыл халҡы дәррәү күтәреп алды.

- Башлыса әҙәби китаптар килтерәләр, төрлө һөнәр эйәләре өсөн махсус әҙәбиәт тә бар, - ти китапхана мөдире Рәмзиә Иманғолова. - Иң әүҙем китап уҡыусыларыбыҙҙың береһе Фәнзилә Әхмәтова, мәҫәлән, китапхана фондына 43 китап бүләк итте, шулай уҡ Мөнир Шәйхетдинов, Миңлегөл Кәримова һәм Фәнит Әхмәҙиев та бик күп китаптар алып килеп, акцияға берҙәм ҡушылды. Ҙур рәхмәт уларға!

Читайте нас: