Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
5 Март 2020, 16:50

Ҡарашында - күңел йылыһы

Ҡарашы уның яғымлы, иғтибарлы.

Бер аҙ етди ҙә. Тауышы иһә шишмә шылтырауы кеүек...
37 йыл элек балаларға булған һөйөүе Альмира Тәбрис ҡыҙы Ефимованы Шафран шифахана мәктәп-интернатына алып килә. Тәрбиәсе булып эшләгәндә ситтән тороп Өфө педагогия училищеһының мәктәпкәсә бүлегендә уҡый, унан һуң Бәләбәй ҡалаһында башланғыс синыф уҡытыусыһы һөнәре ала. Был йылдарҙа тыуған йорттарынан алыҫта дауаланған балаларға ул әсәйҙәре кеүек күңел йылыһын бирә, уларҙы тәрбиәләүгә күп көс һала.
Ҡасандыр бөйөк философ Сократ, өс һөнәр: уҡытыусы, судья, табип - Аллаһтан, ә башҡалары - кешеләрҙән, тигән. Альмира Тәбрис ҡыҙы, балалар күңелен дауалаусы табип та, төрлө бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеүсе судья ла һәм талантлы уҡытыусы ла булараҡ, был һөнәрҙәрҙең барыһын да үҙенә туплаған. Уны коллегалары хөрмәт итә, тәрбиәләнеүселәре лә ярата. Изге күңелле, оло йөрәкле был ханым бөтәһенә лә ярҙам итергә тырыша. Ҙур педагогик тәжрибәһен йәш тәрбиәсе-уҡытыусылар менән теләп уртаҡлаша.
Альмира Тәбрис ҡыҙының һәр көндө күп көс һалыуҙы талап иткән игелекле хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе, бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Альмира Тәбрис кызы балалары Наталья һәм Денис өсөн һоҡланғыс әсәй ҙә, ейәне Алексей өсөн яғымлы һәм хәстәрлекле өләсәй ҙә. Ҡыҫҡаһы, бик яҡшы кеше һәм үҙ эшенең оҫтаһы.
Һүрәттә: Альмира Ефимова.
Читайте нас: