Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
4 Март 2020, 16:30

Ауыл ҡото булған ҡатындар бар йәки ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы

Гәзит уҡыусылар араһында йәшәйештең йәмен иң ябай ғәмәлдәрҙә күреп, бөтөн күңеленең сағыу яҡтыһы менән башҡаларҙың да донъяһын нурға сорнаған ихлас, матур кешеләр бар.

Әлшәй районының Аҡҡолай ауылында йәшәгән Гөлирә Латипова ла – шундайҙарҙан. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ифрат күркәм, йәшәү көсөн раҫлаусы ауыл күренештәрен төшөргән фотолары менән йәлеп иткәйне ул. Ә үҙенең тормош юлын тәфсирләгән хат килеп төшкәс, тағы ла бер хайран ҡалдыҡ: ғүмер буйы ауылдағы иң ауыр эштәрҙе башҡарған ҡатында ни тиклем тел байлығы, ижади ҡомар һаҡланған! Бөгөн уның яҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ. Гөлирә ханымдың хаты – ябай ауыл ҡа­тын­дарының булдыҡлы булмышын сағылдырған бәләкәй генә миҫал ул.

“Һыйырҙарымды йәлләнем...”

“Мин 1960 йылда Архангел райо­нының Тәүәкәс ауылында тыуған­мын. Бәләкәйҙән өндәшмәҫ, аҙ һүҙле бала булдым. Һеңлем менән йәш айыр­маһы 1,5 йәш кенә. Бәләкәйерәк типтер инде, бөтә наҙ уға эләкте бу­ғай, ә мин үҙ эсемә бикләндем. Өҙлөкһөҙ сирләү ҙә тәьҫир иткәндер. Юҡ, атайым менән әсәйемә үпкәм юҡ, үҙемә шулай һәйбәтерәк тә бул­ғандыр күрәһең. Күп ваҡытымды сепрәк-сапраҡты киҫкеләп, тегеп, уйнап үткәрә инем.

Уның ҡарауы мәктәпкә уҡырға бар­ғас рәхәтләндем, икенсе һулы­шым асылдымы ни?! Концерт ҡу­йырға булһа, йырлаған да, бейегән дә, шиғыр һөйләгән дә мин! Олораҡ кластарҙа стена газетаһы сығарыу, уның өсөн хикәйә-шиғырҙар яҙыу үҙе бер мәртәбә була торғайны. Ә әҙәби китаптар минең серҙәшем, ғүмерлек юлдашым булды. Әле лә уҡырға яратам, тик ауылда ки­тап­хана булмауы ғына ҡыйын. Дәүлә­кәндән айына бер тапҡыр килгән күсмә китапхана менән хушһынырға тура килә.
Йыр-бейеүгә һөйөүем Әлшәй райо­нының Аҡҡолай ауылына килен булып төшкәс тә үҙемә “эйәреп” килде.

1985 йылда, мин һауынсы булып эш башлағанда, һыйырҙар ҡул менән һауы­ла ине. Әле уйлаһам, аптырап ҡуям: 38-се үлсәм күлдәк һыйған, бәләкәй ге­нә буйлы, быуыным да нығынмаған килеш ул һыйырҙарҙы нисек һауған­мын­дыр? Ике йыл эшләгәндән һуң райсовет депутаты итеп һайланылар, тағы бер йылдан ҡулымда партбилет бар ине.

Атайыма рәхмәт, бөтә балаһын да башлаған эшен еренә еткереп эш­ләргә өйрәтеп үҫтерҙе. Күмәк балаға өгөт-нәсихәт уҡыманы, бары аҡыллыға ишара тип, үҙ өлгөһөндә бирҙе ул тәрбиәне. Атайҙың эшеңдән ҡәнәғәтһеҙ йөҙөн күреү иң ҙур яза ине. “Кемдең ҡыҙы бит” тигәнде ишетеү колхоз йыл аҙағында биргән бүләктәрҙән дә ҡиммәтерәк була торғайны.
Заманында район үҙәгенә яҡын урындан шәхси төҙөлөш өсөн ер бүлеп бирелә башлағас, колхоз етәкселеге ҙурыраҡ фермаға күсергә тәҡдим итте, йорт төҙөүҙә ярҙам итергә лә вәғәҙә бирҙе. Тик мин өйрәнгән апайҙарҙан айырылғым килмәне, бала урынына күргән “һәү­кәш”тәремде лә йәлләп баш тарттым. Ә клубҡа художество етәксеһе кәрәк булғас, бухгалтерияла эшләгән апайҙар: “Һинең генә эшең ул, Гөлирә. Ғүмер буйы һыйыр һауып йөрөмәҫһең”, – тип өгөтләгәндә лә һыйырҙарымды йәлләнем.

“Балалар ҙа, быҙауҙар ҙа ҡамасау түгел”

Пенсияға тиклем ун йылдан ар­тыҡ быҙау ҡараусы булып эшлә­нем. Йәш быҙауҙар теле асылмаған бала кеүек бит ул, күҙҙәренә ҡарап ҡына хәл-тороштарын аңлайһың. Шуға күрә малҡайҙарымды ышанып тап­шырырҙай кеше булмағас, пен­сияға сыҡҡас та, ике йыл эшләнем әле.

Ҡул көсөн талап иткән ауыр эш, ҡатын-ҡыҙҙың өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәте, ике бала тәр­биәләү йыр-бейеүгә һис ҡамасау булманы. Уның араһында ике баланы баштан-аяҡ бәйләм бәйләп кейендерергә лә өлгөрә инем. Йәш саҡтағы еңеллек, кәүҙә һығылма­лылығы булмаһа ла, Аллаға шөкөр, йыр-бейеүҙән, моңдарымдан бөгөн дә айырылғаным юҡ. Ун ҡатындан торған “Умырзая” исемле төркөм ойоштороп, ауылда, район кимә­лендә үткәрелгән сараларҙа ихлас ҡатнашабыҙ.
Әллә ниндәй кеше инде ул мин: тыныс ҡына йәшәп ятҡанда нимәлер етмәй, ҡәнәғәтһеҙлек һиҙә башлайым, үҙемдә тау күсереп ҡуйырҙай көс тоям. Быға тиклем башҡармаған эштәрҙе теүәлләге килә башлай. Хатта ҡаурый ҡәләмгә тотоноп, шиғырҙар ҙа яҙырға маташам. Был турала:
...Баш булалмай йөрәк ауазына
Сығып киттем сәфәр яңғыҙым.
Тымыҡ йылғам хушһындырмай буғай,
Йәнем эҙләй шаулы диңгеҙем,
тип теркәп ҡуйғайным.

Яңы ҡыш – яңы шөғөл ул

Ғәҙәттә, оҙайлы ҡышты бәйләм бәйләүгә арнайым. Тик кейем, ултыр­ғыс япмалары, “тәпешкә”ләр бәйләү шул тиклем ялҡытҡан, хатта ҡулға алғы ла килмәй. Тотоноп ҡара­йым, һис кенә лә ыратып булмай. Шулай уйланып йөрөгәндә, интернет селтә­рендә Рәлиә Йәһүҙина исемле һылыу­ҙың ҡул эштәренә иғтибар иттем дә уның сәхифәһен ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланым, ҡул­дан килерҙәйен үҙемә күсереп алдым. Тиҙҙән иһә ул ойош­торған ижади төркөмгә ҡушыл­дым. Ә үҙемдең ырғаҡты ғүмеремдә бер ҙә ҡулға тотҡаным да юҡ! Етмәһә, сәйлән менән тәңкәләр ҡушып яға эшләү ауыр һәм ваҡ эш булып сыҡты. Би­решергә генә иҫәп юҡ: тырыша торғас, һөҙөм­тәһен килтереп сығар­ҙым. Ноябрҙә бөтөнләй яңы эшкә – милли мотивҡа нигеҙләнгән сәс ҡыҫ­тыр­ғысына тотондоҡ. Уға тиклем, ва­ҡыт булыу­ҙан файҙаланып, ҡул хәте­рен нығы­тып ҡуйыу теләге менән тағы бер яға бәйләп һалып ҡуйҙым. Бе­реһен үҙем таҡһам, береһе күргәҙмә-фәлән үткәргәндә, башҡа мәҙәни сараларҙа кәрәк булыр, тип уйланым.

“Пенсияға сыҡҡас та тормош туҡтап ҡалмай”

Аллаға шөкөр, ниндәй генә эш ниәтләһәм дә, дәрт-дарман өҫтәп, күтә­решеп ебәрерҙәй һәйбәт кеше­ләр осрап тора юлымда. Шиғри юлдар тыуа башлағас, оҙаҡ йылдар уҡы­тыусы булып эшләгән Әлфиә Солтановаға кәңәш һорап мөрәжәғәт иттем. Ваҡытында уҡырға форсат таба алмауым, юғары белемем юҡ­лығы күңелемде ҡыра бер аҙ. Әлфиә ханым миңә ышаныс өҫтәне. Ижад емештәрен үҙем өсөн генә яҙып барһам да, ай-вайға ҡарамай, ауыл халҡы хөкөмөнә сығарҙы, “Әлшәй хәбәрҙәре”, “Инйәр” гәзи­ттәре лә иғтибар күрһәтте. Рәлиә Йәһүҙинаға лә мең рәхмәтлемен. Ғүмеремдең ахырына ҡәҙәр булашһам да, ялҡытмаҫлыҡ ҡул эшенә өйрәтте. Көҙ көнө яҙ алып килгән сыйырсығым, тип йөрөтәм мин уны.
Интернет селтәрендә милләттәш­тәр менән аралаша башлағас, асыштар ҙа яһаным. Саф башҡорт телен­дә матур итеп яҙышҡан “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнә инеп, туған телемдәге күп һүҙҙәрҙе белмәүемде аңланым. Быға тиклем китаптарҙы гел рус телендә уҡыһам, хәҙер баш­ҡортса уҡый башланым. Хатта элек уҡылған­дарҙы ла яңынан уҡып, күп нәмәләргә иғтибар итмәгәнемде аңланым. Шуныһы ҡиммәт: пенсияға сыҡҡас та тормош туҡтап ҡалмай, теләк булғанда һәр көнөңдө иҫтә ҡалырлыҡ итеп йәшәп булыуына инандым.

“Аң мейенең ҙурлығына ҡарамай”

Оҙаҡ йылдар мал-тыуар ара­һында эшләп, ҡанға һеңгән ғәҙәтме икән, хайуандарҙың ҡылығын күҙәтергә яратам. Аңлайым да кеүек, ҡайһы ваҡыт аптырауға ла ҡалам.

Үткән йыл йәй буйы һарыҡ бәрәне менән өс айлыҡ көсөктөң дуҫлығын иҫем китеп күҙәттем. Көн дә иртән көсөк бәрәнде көтөүгә оҙата сыға, тыҡырыҡ бөткәнсе килә лә, башҡа малдарҙан ҡурҡып, кире боролоп, бер аҙ арыраҡ барып баҫа. Бәрәне лә шунда уҡ көтөүгә ҡушылып китмәй: көсөк эргәһенә килеп, морондарын терәшеп байтаҡ ҡына шулай торалар. Инәһе үрһәләнеп баҡыра башлағас ҡына ҡуҙғала бәрән, унда ла артына әйләнеп ҡарай-ҡарай, туҡтай-туҡтай алға китә. Ә көсөк, меҫкен, сыйнай-сыйнай күңелһеҙ генә башын эйеп тороп ҡала. Көтөү ҡайтыуы икеһе өсөн дә байрам: береһе сыйнап, икенсеһе баҡырып ҡаршы сабышалар. Ҡасан дуҫлашҡандарҙыр, ғәжәп?! Ә бит төрлө хайуандар түгел, хатта бер туғандар уртаҡ тел таба алмаған осраҡтар ҙа юҡ түгел!

Йәлләүҙән йөрәгем өҙгөләнгән хәл­дәр ҙә булғылай. Бәпкәләре сы­ғыр­ға ике-өс көн ҡалғас, индоутканың ояһын ниндәйҙер йәнлек туҙҙырҙы. Бөтә ағза­лары формалашып, моронлап сығырға ғына ҡалған бәпкәләр туҙышып ята. Эй Хоҙайым, ҡош­ҡайҙың өҙгөләнеүе! Һәр береһен, торғоҙорға теләгәндәй, томшоғо менән төрткөләй. Сыйнаған да, илаған да кеүек тауыштар сығара. Бер һауыттағы ем янына килә, бер һыу янына — үҙенсә ашарға саҡырыуы микән инде? Көнө буйы шулай йыйып алырға бирмәй йөрөнө бахырҡай. Асыуланғанда йөндәрен ҡабартһа, үҙе ҡот осҡос ҡурҡыныс була икән ул (быға тиклем был ҡошто аҫрағаным юҡ ине). Төндә йыйып алырға тура килде. Бер аҙна үтеүгә тағы йомортҡа һала башланы. Һуң була, һыуыҡҡа ҡала тиһәләр ҙә, йомортҡаларын алырға ҡулым барманы. Шулай итеп, туғыҙҙы һалды ла баҫырға ултырҙы.

Сентябрь аҙаҡтарында тыуған ауылымда булып, Ҡөрьән ашынан ҡайт­һам, ике бөртөк кенә бәпкә эйәр­теп йөрөй был. Ҡалған йоморт­ҡалары ҡайҙа булғандыр. Эй, йөрө­шө, меҫкен­кәйем­дең! Ике ай йо­мортҡа өҫтөндә ултырып, йолҡошҡа әйләнгән бит инде үҙе. Шатлығын һөйләп аңла­тыр­ға тел генәһе юҡ! Ем һалырға кер­гәндә лә башҡаса йәмһеҙ ҡылан­маны, яманлыҡ ҡылырға уйлама­ғанымды ҡайҙан белде икән? Бына шунан һуң әйт инде йәнлек-ҡош­тар кеше телен-ҡылығын аңламай тип. Аң мейенең ҙурлығына ҡарамай шул.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.

"Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Читайте нас: