Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
27 Февраль 2020, 18:45

Фәрәғиә Нәсхетдинованың сағыу балаҫтары

Мин өләсәйем һуҡҡан был балаҫты ҡәҙерле ҡомартҡы кеүек һаҡлайым. Ул бик матур, сағыу биҙәкле. Һөйөклө кешемдең күңел йылыһын һаҡлай ул.

Районда ысын мәғәнәһендә боронғо кәсеп оҫталары – балаҫ һуғыусылар араһында минең өләсәйем Фәрәғиә Рәхимйән ҡыҙы Нәсхетдинова ла бар. Ул ҙур булмаған Ташкисеү ауылында йәшәй. Уның йортонда йылы һәм рәхәт. Аҫалы балаҫтар ниндәйҙер ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле мөхит тыуҙыра.

Балаҫ һуғыу оҫталығына өләсәйем 40 йәшендә өйрәнгән. Ғаиләләрендә уға тиклем бер кем дә был боронғо кәсеп менән шөғөлләнмәгән. Эштең нескәлектәренә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙары өйрәткән. Олатайыбыҙ Ғәзим Сәләх улы станок яһап биргән һәм уны камиллаштырған.

- Тәүге балаҫымды бер айға яҡын һуҡтым, киләһе эшем иһә бер аҙнала әҙер булды, - тип хәтерләй үткән йылдың декабрь уртаһында 90 йәшен тултырған өләсәйем. – Әкренләп төрлө биҙәктәр яһауҙы үҙләштерҙем, биҙәктәрҙе тигеҙ итеп урынлаштырырға өйрәндем.

Нәнәйем балаҫ һуғыу эшендә еп әҙерләүгә айырым иғтибар биргән. Яҙын алынған һарыҡ йөнөн генә иләп ҡулланған. Йөндө тәүҙә таҙартҡан, иләгән, йыуған, буяған, артабан ныҡлы булһын өсөн кизе-мамыҡ еп ҡушҡан. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә өләсәйем станок артына ултырған. Биҙәктәр яһау өсөн ҡайһы ваҡыт унға яҡын төҫ ҡулланған.

Беҙ, ейәндәре үҫеп еттек, хәҙер инде бүләләре буй етеп килә. Яратҡан өләсәйебеҙҙең ике тыуаһы ла (бүлә йәки бүләсәрҙең улы) бар. Өләсәйебе һәм олатайыбыҙ һигеҙ бала: биш ҡыҙ һәм өс улды тәрбиәләп үҫтереү өсөн бик күп көс һала. Ғаилә башлығы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Прибалтика фронтында һуғышҡан, ике тапҡыр яраланған. Тыуған яғына ҡайтҡас, Куйбышев исемендәге колхозда тракторсы булып хеҙмәт һалған. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң оҙаҡ йәшәмәй, һуғышта алған яраларынан вафат була.

Өләсәйем Торонтайыш ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Уның хеҙмәт юлы Шахта ауылында башланған. Унда 12 йәшлек ҡыҙ торф киптергән. Аслы-туҡлы йәшәгәндәр, шунлыҡтан баҫыуҙан серек картуф йыйып унан йәймә бешергәндәр. Был йылдар уның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған.

Фәрәғиә нәнәйем баҫыуҙа ҡул менән бойҙай, арыш, сөгөлдөр, картуф, һуған утаған. Фермала стенаны балсыҡ менән һылағандар, ағартҡандар, һарыҡ йөнө алғандар. Заманында Ташкисеү ауылында ҙур емеш баҡсаһы булған. Миҙгел ваҡытында ҡарағат һәм алма мул уңыш биргән. Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн өләсәйем күп наградаларға лайыҡ булған.

Эшләй ҙә, ял да итә белгән улар. Кис ултырғанда ҡатын-ҡыҙҙар шәл, ойоҡбаш бәйләгән, сигеү сиккән, яңы биҙәктәр уйлап тапҡан. Эш барышында йырҙар йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Беҙҙең өләсәйебеҙ әле лә йырларға, бейергә ярата. Уға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Бөгөн үҙе балаҫ һуҡмаһа ла, йәштәргә оҫталыҡ серҙәрен өйрәтеүен дауам итә. Уны ҡул эштәре бер нисә тапҡыр райондың һәм республиканың декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәләренә ҡуйылды һәм дипломдар менән билдәләнде.

Читайте нас: