Балаларында ла спортҡа, хеҙмәткә һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр. Улдары Нияз, Айназ һәм Зәбир атаһы кеүек спорт ярата. Туған телдәрен дә яҡшы белә улар, йыр-бейеүгә лә маһирҙар, хужалыҡта ата-әсәһенең ҙур ярҙамсылары. Йәнгировтар ауылда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Шуға ла спорт һәм сәләмәтлек байрамында был күркәм ғаиләнең бик күп миҙалдар яулауы бер кемде лә ғәжәпләндермәне.