Ғашиҡтар көнөндә Мендельсон маршы быйыл үҙҙәренең гәүһәр туйҙарын билдәләгән Тәслимә Караметдин ҡыҙы һәм Саниәхмәт Фазлый улы Хажиғәлиевтар (Раевка ауылы) һәм Фатима Мәжит ҡыҙы һәм Әнүәр Ғабдрахман улы Ситдиҡовтар (Ғәйнәямаҡ ауылы) өсөн дә яңғыраны.
Илле йыл бергә йәшәгән алтын юбилярҙарҙы ла ихлас тәбрикләнеләр. Улар – Рәйлә һәм Риф Әхмәтйәновтар (Тәүәтәй ауылы), Зөһрә һәм Нәсхетдин Сәббәховтар (Ғәйнәямаҡ), Люциә һәм Әмир Ғүмәровтар (Ниғмәтулла), Валентина һәм Виктор Кривохаттар (Ҡырым), Раевка ауылынан Мөкәрәмә һәм Ғәлиәхмәт Нәсхетдиновтар, Наталья һәм Мәбрүр Хәмәҙиевтар, Татьяна һәм Иван Клюшкиндар, Нина һәм Иван Семененколар, Сәриә һәм Рауил Низамовтар, Фәнзиә һәм Камил Шәриповтар. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин мөхәббәт хистәрен һүрелтмәй, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән ғаилә юбилярҙарына изге теләктәрен еткерҙе һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм бүләктәр тапшырҙы.
Әйткәндәй, республикала был көндө бөтәһе 191 пар никахтарын теркәне.
Фото: Е. Буранбаев.