Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясно
Һоҡланғыс кешеләр
13 Февраля 2020, 14:10

Белгән - өйрәтә, белмәгән - өйрәнә

Әлшәй биләмә-ара үҙәк район китапханаһында эшләп килгән «Кудесница» клубына йөрөүселәр өсөн сәйләндән, төҫлө ептәрҙән биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы, уны Светлана Сәлихова үткәрҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән оҫтаның кәңәштәрен тыңланы, үҙҙәренә кәрәкле һүрәттәр, төҫтәр һайланылар, композициялар төҙөнөләр. Светлана Зәки ҡыҙы уларҙың һәр береһе эргәһенә килеп, ҡул эше нескәлектәренә өйрәтте. Кемдер күбәләк-брошкалар эшләне, кемдер сәйләндән сәскәләр үрҙе... Бик күп файҙалы мәғлүмәтте «Веста», «1000 секретов», «1000 советов» журналдарынан алдылар.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән.

Читайте нас