Илле йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп киткән, Исмәғилевтар бер ул һәм ҡыҙ үҫтергән, хәҙер инде ейәндәре, бүләләре уңыштары менән ҡыуандыра.
Миңлегөл Хәйбур ҡыҙы, элек ул Раевка һөт заводында лаборатория мөдире булып эшләгән, яҡындарын тәмле-татлы милли ризыҡтар менән һыйларға ярата, ә буш ваҡытында туғандарының фотоһүрәттәренән төрлө композициялар эшләй.
Фәнил Сани улы оҙаҡ йылдар 546-сы ПМК-ла ташсы булып хеҙмәт һала, электр техникаһын да сын-яһау итеп ремонтлап ҡуя. Йорт хужалығында ла һәр ерҙә тәртип.
Район үҙәгендә йәшәүсе был хөрмәтле ғаилә күптән түгел алтын туйҙарын билдәләне, уларҙы ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Сафина ихлас ҡотлап, республика Башлығынан бүләк тапшырҙы.
Тиҙҙән Исмәғилевтар ғаиләһендә тағы ла бер юбилей – Миңлегөл Хәйбур ҡыҙына 70 йәш тула, уны ҡотларға яҡындары, туғандары һәм дуҫтары йыйыласаҡ.