Уны матур ғүмер байрамы менән туғандары, балалары, яҡындары, дуҫтары, коллегалары ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәр араһында "хәстәрле", "аҡыллы кәңәшсе", "ҡорос атты йүгәнләгән сая башҡорт ҡатыны", "беҙҙең заман геройы", "ярҙамсыл", "оҫта етәксе", "ихтирамлы", "үрнәк", "маяҡ" һәм башҡа һүҙҙәр бар ине.
Егерме йыл элек уның етәкселегендә хеҙмәт юлын башлаған уҡытыусылар бигерәк тә рәхмәтле Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙына. Мостай Кәримдең Оло инәйе менән дә сағыштырҙылар, сөнки Зәкиә апайҙың оло йөрәгенә бөтәһенең шатлығы ла, хәстәре лә һыя.
Ауылда бит ул мәктәп белем усағы ғына түгел, ә ауылдың ҡото ла, йәме лә. Бөгөн Сурайҙа 9 йыллыҡ мәктәп һаҡланып ҡалған икән, бында, әлбиттә, Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙының да өлөшө ҙур. Сурай мәктәбе коллективы белемле, һәләтле, ижади балалар тәрбиәләүе менән күптән инде дан ҡаҙанған. Артабан да уларға уңыштар теләйем! Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙына, илһамланып эшләрлек көс-дәрт биреп торған ейәндәре, балалары, яҡындары, коллегалары эргәһендә, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереп йәшәргә яҙһын!