Ерҙә ете миллиард кеше йәшәй. Беҙ бер-беребеҙҙән ҡара йәки аҡ тәнле булыуыбыҙ, ниндәй телдә аралашыуыбыҙ, менталитет, мәҙәниәт һәм башҡа сифаттарыбыҙ менән айырылып торабыҙ. Шулай уҡ һәммәбеҙҙең күреү, ишетеү, һөйләшеү, йөрөү, ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы хәрәкәтләндереү мөмкинлектәре лә төрлө.
Илдар менән беҙ бер нисә йыл элек таныштыҡ. Машинамдың тәгәрмәсе тишелде. Ғәҙәттәгесә, бик ашыға инем. Шул мәлдә эргәмә бер егет килеп баҫты һәм машинаны ҡарап, хәҙер бөтәһен дә эшләйем тип ым-ишара менән аңлатты. Ул эшен тиҙ генә башҡарып та ҡуйҙы. Аҡса тәҡдим иткәс, ҡырҡа баш тартты. Мин машинамды ҡабыҙып китеп барҙым. Һуңынан ғына егеттең бер һүҙ ҙә әйтмәүе, ым-ишара менән генә аралашыуы иҫемә төштө...
Бөгөн беҙ Илдар менән дуҫтар. Осрашыу менән ул шунда уҡ ғаиләм, балалар, эшем һәм әлбиттә, машина тураһында һораша башлай. Юл йөрөгәндә иғтибарлы бул, тип иҫкәртергә лә онотмай.
Илдар Юлмөхәмәтовҡа быйыл 35 йәш тулды. Ошо йылдар дауамында егет үҙ илендә, тынлыҡ донъяһында йәшәй. Ата-әсәһе һау-сәләмәт ғаиләлә ул тәүге бала булып донъяға килә. Ике йәш тулғанда әсәһе атаһы менән айырылыша. Әммә малай яңғыҙы ғына үҫмәй. Уның ике ҡустыһы бар, әйткәндәй, улар тураһында район гәзитендә бер нисә мәҡәлә донъя күрҙе. Улар – ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең спорт мастерҙары Вадим һәм Раил Латиповтар. Егеттәр һау-сәләмәт, ишетеү һәләтенә бәйле бер ниндәй проблемалары ла юҡ. Тик бына Илдар ғына бер нимә лә ишетмәй. Әсәһе, улының һөйләшә башлауын көтөп ала алмайынса, табиптарға ла мөрәжәғәт итә, әбейҙәргә лә йөрөтә. Ләкин файҙаһы ғына булмай...
Уҡырға Илдарҙы Дим биҫтәһенә һаңғырау балалар өсөн махсуслаштырылған мәктәпкә ебәрәләр. Ул бөтә фәндәрҙән дә бишле билдәләренә генә өлгәшә. Әммә өлкән синыфтарҙа хәл киҫкен үҙгәрә. Үҫмер мәктәпте ташлай һәм Раевкаға ҡайта. Ғүмеренең был осоронда төрлө хәлдәр була. Коммерсанттарҙа йөк тейәүсе лә булып эшләй, теләһә ниндәй ауыр эшкә тотона. Тәмәке тарта, иҫерткес эсемлектәргә тартыла башлай. Ошондай ауыр мәлдә яҡындары ярҙам ҡулы һуҙа. Бер айға яҡын дауаханала ята. Шул ваҡытттарҙан алып бына ун йыл инде ул эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Яратҡан эше менән шөғөлләнә, машина йөрөтә, дуҫтары менән аралаша. Интернет селтәрендә улар бик күп. Ғәҙәттә һаңғырау кешеләр уҡый-яҙа белмәй, уларҙан айырмалы булараҡ, Илдар яҙа ла, яҡшы уҡый, иҫәпләй ҙә белә. Ҡыҫҡаһы, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.
- Бөтәһе лә һәйбәт, - ти ул, йылмайып һәм һәр осрашҡан һайын баш бармағын юғары күтәреп. Был уның иң яратҡан ишараһы.
- Ә ғаилә ҡорорға уйламайһыңмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
Был һорауға ул йылмайып ҡына ҡуя. Илдар әсәһе менән йәшәй.
-Улым минең ышанысым һәм таянысым, иҫ киткес иғтибарлы, хәстәрлекле ул. Аяҡ-ҡулдары имен, ишеткән һәм күргән һау-сәләмәт ҡайһы бер егеттәрҙең әсәйҙәре шундай ул тураһында хыяллана ғына. Әлбиттә, беҙҙең дә ауыр мәлдәр булды. Аллаға шөкөр, үткәреп ебәрҙек. Улыма күп һынауҙар аша үтергә тура килде, әммә төшөнкөлөккә бирелмәне, - тип һөйләй улы тураһында ғорурланып, Лилиә Салауат ҡыҙы.
-Ул бик ныҡ автомобилдәр менән мауыға. Элегерәк мин уға сәғәт йүнәтеүсе булырға кәңәш иттем, ризалашманы. Ә хәҙер улымдың хаҡлы булыуын аңлайым. Тап ошо яратҡан шөғөлө уны бәхетле итә лә инде.
Илдарҙың ҡустыһы Вадим – хәрби кеше, ғаиләһе менән Екатеринбургта йәшәй. Илдар әсәһен унда ла алып барған. Яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем улар әсәһенең тыуған ауылында йәшелсә-емеш үҫтерә. Изге күңелле һәм нисек кенә сәйер яңғырамаһын, был аралашыусан, ихлас егет таныш булмаған кешегә лә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Ғәҙәттәгесә, уй-кисерештәрен ым-ишара менән аңлатып, йылмайып оҙатып ҡалған Илдарға ҡарап, бына шундай кешеләрҙән донъяға һөйөү һәм мәрхәмәт менән ҡарарға өйрәнергә кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым. Эйе, йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә үтә, тип юҡҡа әйтмәй шул халыҡ.