Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
2 Декабрь 2019, 13:25

“Ярҙамың өсөн рәхмәт, улым!”

Мин инде оло йәштә, быйыл көтмәгәндә бәләгә тарыным һәм шул ваҡытта беренселәрҙән булып ярҙамға М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 7-се “в” синыфы уҡыусыһы Данилов Кирилл килде.

Артабан мин оҙаҡ ҡына дауаханала яттым, ул унда ла хәлемде белешеп, һаулығымды һорашып торҙо. Кирилл бик тәртипле, яуаплы һәм изге күңелле малай. Уҡытыусылары һәм синыф етәксеһе лә уны яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Уға теләһә ниндәй эште ышанып тапшырырға мөмкин, тиҙәр. Егет биология, географияны ярата, был фәндәр буйынса район олимпиадаларында призер ҙа булған.

Район гәзите аша Кирилдың ата-әсәһенә, башҡорт лицейы уҡытыусыларына шундай яҡшы ул һәм уҡыусы тәрбиәләгәндәре өсөн ихлас рәхмәттәремде еткергем килә.

Әнисә МӨХӘМӘТШИНА,
хеҙмәт ветераны.
Раевка ауылы.
Читайте нас: