Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитованың яҙмышы Әлшәй ере менән тығыҙ бәйле. Ул 1929 йылдың октябрендә Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылында тыуған. 1954 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағандан һуң юллама буйынса Раевка 1-се урта мәктәбенә эшкә килә.
- Берҙәм һәм татыу коллективта бер ғаиләләге кеүек йылы мөнәсәбәт һәм ярыш сәме хакимлыҡ итә ине. Беҙ бер-беребеҙҙән эшләргә өйрәндек, бергәләп оҫталығыбыҙҙы камиллаштырҙыҡ. Утыҙ алты йыл педагогик эшмәкәрлектең утыҙ дүрт йылы ошо мәктәптә үтте, - тип иҫкә ала Тайфа Шакир ҡыҙы. – Тормошомдоң иң бәхетле, алтын йылдары ине улар.
Ошо йылдар уҡытыусыға уңыш, республика кимәлендә танылыу, ихтирам һәм хөрмәт алып килә. Ғалимдар, тел белгестәре юғары баһалаған педагогик тәжрибәһе, методик эшләнмәләре тәүҙә районда, һуңынан республикала киң тарала. Тайфа Шакир ҡыҙына 1973 йылда “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, ә 1983 йылда “Уҡытыусы-методист” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Был мәктәптә Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт бүлеге студенттары практика үтә. Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле эшмәкәрҙәре Әхмәт Сөләймәнов, Рәшит Шәкүр, Тимерғәли Килмөхәмәтов, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Риф Мифтахов һәм Тимер Йосопов та ошо белем усағында тәүге һынауҙы үтә.
Ҡалыптарға эйәрмәгән, үҙ эшенә ижади ҡараған уҡытыусы уҡыусыларына башҡорт теленең бөтә матурлығын һәм нескәлеген еткерергә тырышҡан, уны хөрмәт итергә өйрәткән. Тайфа Шакир ҡыҙының республикабыҙ юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеттарын тамамлап, уның эшен дауам иткән алтмышҡа яҡын уҡыусыһы ла ошо фекер менән килешер тип уйлайым. Улар араһында Закун Әхмәтов, Айҙар Солтанғолов, Фәниә Ғәлимова, Зәйтүнә Даянова, Мөнир Шәйхетдинов һәм башҡалар бар. Тап Тайфа Шакир ҡыҙы Гөлфиә Юнысованың тәүге шиғырҙарында уның иҫ киткес һәләтен күрә һәм ҙур әҙәбиәт донъяһына фатихаһын бирә.
Тайфа Шакир ҡыҙы бөгөн дә элекке уҡыусылары өсөн тоғро дуҫ һәм кәңәшсе булып ҡала, уларҙың уңыштарына сикһеҙ шатлана, уңышһыҙлыҡтары булһа, улар менән бергә борсола. Уҡыусылары ла йыш ҡына яратҡан уҡытыусыларының хәлен белергә килә. Ошондай һәр осрашыу – ысын тормош дәресе ул. Бөгөнгө ысынбарлыҡты тыныс ҡына, түҙемлек менән ҡабул итеүсе, зирәк аҡыллы, рухи донъяһы бай булған хөрмәтле мөғәллимәгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ирекһеҙҙән, ҡатын-ҡыҙ һәр йәштә лә матур булып ҡала, тип уйлап ҡуяһың. Йөҙөндәге һырҙар ҙа уны бер ҙә ҡартайтмай, киреһенсә, йылы ҡояш нурҙары кеүек балҡый.
Тайфа Шакир ҡыҙына 90 йәш тулды. Туған коллективы, төрлө йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар уны күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне. Яҡындары менән бергә алтын көҙҙөң сағыу балҡышына, ябалаҡлап яуған тәүге ҡар бөртөктәренә, яҙғы умырзаяларға һәм йәйге ысыҡ тамсыларына тағы ла бик күп йылдар шатланырға яҙһын әле.