Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
1 Ноябрь 2019, 11:04

Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр, Ауыл күрке матур апайҙар!

Рәмзилә Искәндәрова егерме һигеҙ йыл нефть промыслаһында диспетчер булып эшләгән.

Ҡармыш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Раевкала йәшәүсе Рәмзилә Искәндәрова “Ағинәйҙәр” ҡоро ойошторолғандан бирле уның әүҙем ҡатнашыусылары иҫәбендә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа художество мәктәп-интернатының (әлеге ваҡытта Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге гимназия) тәүге сығарылыш уҡыусыларының береһе, белеме буйынса рәссам-оформитель Рәмзилә Искәндәрова егерме һигеҙ йыл нефть промыслаһында диспетчер булып эшләгән. Әлбиттә, рәссамдың күңеле һәр ваҡыт ижадҡа тартылған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ниһайәт, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша башлай, яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба. Бөгөн бер генә декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе лә Рәмзилә Саян ҡыҙының ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.

Ағинәйҙәр Өфөлә республиканың 100 йыллығына арнап үткәрелгән “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә районды презентациялауҙа бай экспозиция тәҡдим итте, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙа, милли кейемдәр парадында һәм башҡа бик күп сараларҙа ҡатнашты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн сәйлән, төрлө таштар һәм тәңкәләр менән биҙәп сигелгән түшелдерек - оҫтаның күп һанлы ҡул эштәре араһында халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Иң мөһиме - бөгөн ағинәйҙәр халыҡ ижады серҙәрен балаларға ла өйрәтә. Район мәҙәниәт һарайында улар мәктәп уҡыусылары өсөн этно-шәмбеләр – балаҫ һуғыу һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме элементтарын яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.

- Әгәр беҙ киләсәгебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын теләһәк, быны үҙебеҙҙән башларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе түкмәй-сәсмәй балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә тапшырырға тейешбеҙ, - ти Рәмзилә Саян ҡыҙы.

Читайте нас: