Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
26 Сентябрь 2019, 16:45

Булат ҡылыс - яуҙа, кеше рухы көрәштә сыныға

Әммә һәр ваҡыт шат күңелле, йүгереп кенә йөрөгән, өлгөр Булат өйөнә инвалид коляскаһында ҡайта.

Кешенең исеме уның холоҡ-фиғеленә һәм киләсәк яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай, тиҙәр. Шуға ла ата-әсәләр балаларына мәғәнәле исем бирергә тырыша. Бына Иҫке Аҡҡолай ауылынан Айгөл һәм Раил Фәхретдиновтар ҙа төпсөк улдары тыуғас, сөм-ҡара күҙле кескәй батырға ҡоростай ныҡлы холоҡло булһын, тип Булат исеме ҡушалар. Ата-әсәһе ул ваҡытта ҡылыс көсө һәм ҡорос ныҡлығы уларҙың тормошонда нисек кәрәк буласағы тураһында уйламағандыр ҙа, бәлки.

Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай, бәлә көтмәгәндә килә. Эҫе йәй уртаһы. Каникулдар ваҡыты. Булатҡа ун йәш. Дуҫтары уны туп уйнарға саҡыра, ә аралашыусан, бер минут та урынында ултырмаған шат күңелле малайҙы танырлыҡ түгел, унда уйын ҡайғыһы юҡ, арҡаһындағы ауыртыу тынғы бирмәй. Ул көсәйә генә бара. Дауаханаға йөрөүҙәр, тикшеренеүҙәр, анализдар биреү ҙә ярҙам итмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арҡа мейеһе шеше диагнозы бик һуңлап асыҡлана. Булаттың тәүҙә аяҡтары йөрөмәй, артабан ике бөйөрө лә эшләмәй башлай...

Эйе, булат ҡылыс яуҙа, кеше рухы көрәштә сыныға. Ә тормош ул ысын мәғәнәһендә үҙе бер ҙур көрәш майҙаны. Был көн, 2009 йылдың 1 июле ғаилә тормошон икегә бүлә. Оҙаҡ ваҡыт дауаханаларҙа ятыу, операциялар башлана. Эйе, баш ҡала табиптары малайҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Әммә һәр ваҡыт шат күңелле, йүгереп кенә йөрөгән, өлгөр Булат өйөнә инвалид коляскаһында ҡайта.

Шул ваҡыттан бирле Булат икенсе тормош менән йәшәй. Уның ғүмере туранан-тура гемодиализға бәйле. Бер ваҡыт күршеләргә ҡайтҡан бәләкәй малай: “Ә ни өсөн уға ашығыс ярҙам машинаһы йыш килә? Ул шунда эшләйме әллә?”, - тип һорай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшләй шул. Пациент булып. Диализға көн аралаш, билдәле бер ваҡытҡа барырға кәрәк, һуңға ҡалырға ярамай. Тикшереү үтергә кәрәк, процедура үҙе лә 4,5 сәғәт бара һәм бар булған көстө ала. Шуға ла Булаттың әсәһе гемодиализ алдынан: “Иртәгә, улым, һиңә йәнә эшкә”, - ти.

- Биш йылдан ашыу гемодиализға Өфөгә йөрөнөк, хәҙер Дәүләкәндә үҙәк асылғас, еңелерәк. Юлға күп көс һәм ваҡыт сарыф ителмәй. Яҡын. Әммә иртәгәһе көн өсөн ҡурҡыу һәр ваҡыт бар: иртән ниндәй һауа торошо булыр? “Ашығыс ярҙам” машинаһы ваҡытында килерме? Боҙлауыҡ, дауыл булмаҫмы? Хоҙайым, буран ғына сыға күрмәһен. Ошондай борсолоуҙар менән һәр яңы көндө ҡаршылайбыҙ, - ти Айгөл апай.

Әлбиттә, һәр әсә кеүек, улы өсөн барыһын да эшләргә, хатта бөйөрөн дә бирергә әҙер ул. Әммә эш шунда, Булат йөрөмәй. Ә ундай пациенттарҙың организмы сит бөйөрҙө ҡабул итмәй.

Инде шулай туғыҙ йыл үтеп тә киткән. Ошо ваҡыт эсендә Булат дистанцион рәүештә мәктәпте тамамлаған, егеттең аттестатында “4” һәм “5” билдәләре генә. Ә былтыр ситтән тороп университетҡа уҡырға ингән. Бөгөн Булат - икенсе курс студенты, ул буласаҡ бухгалтер-иҡтисадсы.

Ауырыуына ҡарамаҫтан, егет үҙ эсенә бикләнмәгән. Ул, элеккесә, шат күңелле, аралашыусан. Дуҫтары күп, яратҡан шөғөлдәре лә бар. Яҡшы уҡыуынан тыш, һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ, яҡындары әйтеүенсә, тырышһа, бик матур килеп сыға. Өҫтәүенә йырлай ҙа икән. Клуб мөдире Ләйлә Яҡшымбәтова Булатты вокаль конкурсҡа алып барырға хыяллана.

Булат бирешмәй, ағайҙары ла ҡустыларын ҡурсалап, ярҙамға килергә әҙер тора. Ә егеттең төп терәге, әлбиттә, ата-әсәһе. Атаһы, Рәил ағай - шофер, йәйен дә, көҙөн дә юлда. Бар ғүмерен, бөтә көсөн улына бағышлаған кеше, ул инде әсәһе – Айгөл апай.

- Ҡайһы саҡ улымдың инвалид коляскаһында икәнен дә онотам, - ти ул. – Улым миңә бөтә эштә лә ярҙам итергә тырыша. Хужалығыбыҙ ҙур, мал-тыуар, йәшелсә-емеш баҡсабыҙ бар. Ирем һәр ваҡыт эштә, оло улдарыбыҙ инде ситтә йәшәй, бөтә эш Булат менән икебеҙгә ҡала. Картуф ҡаҙырға сығыуымды күреү менән, улым шунда уҡ дуҫтарын ярҙамға саҡырҙы. Үҙе мотороллер арбаһына ятып, үрелеп картуф йыйырға ярҙам итте. Шунан инде уңышты баҡсанан йортҡа ташыны. Бына шундай хәстәрле ул, - тип йылмая, Булаттың әсәһе.

Читайте нас: