Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
2 Август 2019, 17:03

Үҙебеҙҙең Гөлзиә

Арабыҙҙа бөтә ғүмерен яратҡан эшенә, һөнәренә арнаған кешеләр бик күп.

Гөлзиә Ғарипова ла – шундай хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Ул бына 35 йыл Түбән Әүрез почта бүлексәһенә етәкселек итә һәм, әйтергә кәрәк, үҙ эшен еренә еткереп башҡара.

Гөлзиә Урал ҡыҙы 1964 йылда Тәүәтәй ауылында донъяға килә. Себенле урта мәктәбен тамамлағандан һуң Куйбышев политехникумында белем ала. 1983 йылда Түбән Әүрез почта бүлексәһенә эшкә килә.

Ул һәр көндө ауылдаштарын яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, һәр нәмәне ентекләп аңлата, түләүҙәр ҡабул итә. Шундай иғтибарлы, мөләйем булғаны, тырыш хеҙмәте өсөн уға рәхмәт һүҙҙәре генә әйтәбеҙ.

Хеҙмәттәштәре һәм ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған Гөлзиәгә “Башҡортостан Республикаһы почта элемтәһе мастеры” тигән маҡтаулы исем дә бирелгән.

Һәр көндө арыу-талыу белмәй эшләһә лә, ғаиләһендә лә өлгөлө ул – тормош иптәше Фәнис менән улдары Альберт һәм ҡыҙҙары Айгөлгә матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр, хәҙер инде дүрт ейәндәрен ҡарарға ярҙамлашалар.

Ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләгән тырыш ауылдашыбыҙға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ, ныҡлы сәләмәтлектә, барлыҡ эштәре уң булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын. Гел шулай ғәҙел һәм кешелекле, көслө рухлы, йәш күңелле булып ҡалыуыңды теләйбеҙ!

Гөлүзә АХУНОВА.

Түбән Әүрез ауылы.

Читайте нас: