Әлшәй хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
1 Август 2019, 14:15

Рух һәм намыҫ көслө итә Ирҙәрҙең аҫылдарын

Тимерғәли Миңлегәрәй улы Шәрәфетдинов. Район халҡын был кеше менән таныштырып тороуҙың кәрәге юҡтыр.

Әгәр өлкән быуын уны уҡытыусы, мәктәп директоры, район Советы рәйесе урынбаҫары, Яңы Раевка совхозы директоры урынбаҫары булараҡ белһә, йәштәргә иһә ул егерме йылға яҡын ат спорты мәктәбе директоры булып эшләгән шәхес булараҡ таныш.

Күптәр уны тауышынан таный. Тимерғәли Миңлегәрәй улы оҙаҡ йылдар бөтә халыҡ яратҡан һабантуй байрамында ат сабыштары комментаторы була. Коментаторҙың да ниндәйе әле! Үҙенә генә хас шаян һүҙҙәр менән һәр ат һәм һәр һыбайлы тураһында шул тиклем ентекле итеп бер кем дә һөйләй алмаҫ ине, моғайын.

Ул йәмле Дим буйында урынлашҡан башҡорт ауылы - Туҡтарҙа донъяға килә. Хәҙер был ауыл юҡ инде. Бөтә малайҙар кеүек үк кесе йәштән хеҙмәт тәмен белеп үҫә. Йәй етһә, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша, ә был эште аттарһыҙ башҡарып булмай. “Малайҙар менән иртән иртүк колхоз аттары аҫралған аҙбар ихатаһына йыйылабыҙ, һәр кем бесән кәбәндәрен ташыу өсөн иң көслө атты эләктерергә тырыша. Иң яҡшы атҡа хоҡуғыңды раҫлау өсөн йоҙроҡ төйнәп алышырға ла тура килә ине”, - тип йылмайып иҫкә ала ул бала саҡ йылдарын. Мәктәпте тамамлағандан һуң ҙур өмөттәр уятҡан, ҡыҙыҡһыныусан егет атаһы юлын һайлап Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

Физика һәм математика уҡытыусыһы дипломы алғас, Тимерғәли тыуған Әлшәй районына эшкә ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрплеген Ғәйнәямаҡ урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып башлай. Бында ул оҙаҡ эшләмәй. Тиҙҙән йәш педагогты Раевка игенселек совхозы урта мәктәбе уҡытыусыһы итеп күсерәләр, артабан ошо мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.

Т. Шәрәфетдиновтың ойоштороу һәләтен, һөнәри оҫталығын, үҙ эшенә яуаплы ҡарауын район етәкселеге лә тиҙ күрә. Һикһәненсе йылдар аҙағында ул Әлшәй район Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй.

“Яңы Раевка” совхозы. Был предприятие заманында бөтә республикала ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә киң танылыу яулай. Бында Тимерғәли Миңлегәрәй улының да өлөшө ҙур. Туғыҙ йыл ул уникаль предприятиеларҙың береһе – саф тоҡомло лимузин малдарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы директорының коммерция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт һала. Был йылдарҙа Шәрәфетдинов үҙен бөтөнләй башҡа яҡтан күрһәтә, уның иҫ киткес һәләтле менеджер-коммерсант һыҙаттары асыла. Тимур Гәрәй улының эшлекле сифаттары һөҙөмтәһендә “Яңы Раевка” совхозы эшкәртеү производствоһын, сауҙа эшмәкәрлеген киңәйтә, предприятиеның Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә партнерҙары күбәйә. Ошо йылдарҙа совхоз ат спорты мәктәбен төҙөй башлай. Ә буласаҡ объектҡа ҡағылышлы бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү Тимерғәли Миңлегәрәй улына йөкмәтелә.

“Ат спорты мәктәбе тураһында күптән уйлай инек инде, - ти Тимерғәли Миңлегәрәй улы гәзитебеҙгә биргән интервьюларының береһендә. – Бындай ҡарарҙы 1998 йылдың көҙөндө ҡабул иттек. Ошо йылда Яңы Сәпәш ауылы эргәһендә буласаҡ мәктәпкә нигеҙ һалына, ә тағы бер йылдан һуң 9 октябрҙә комплекс тантаналы асыла. Ул шул йылдарҙағы район етәксеһе, ат спортын үҫтереүгә ҙур көс һалған Ф. Г. Вилдановтың инициативаһы менән “Яңы Раевка” совхозы средстволарына төҙөлә.

Ошо ваҡыттарҙан алып ат спорты буйынса балалар-үҫмерҙәр мәктәбенә Тимерғәли Миңлегәрәй улы етәкселек итә. 2001 йылда ипподром файҙаланыуға тапшырыла, уға милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исеме бирелә. Унда шулай уҡ сабыш аттарын һынауға патент алына. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптә йәш һыбайлылар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыла. Уңыш оҙаҡ көттөрмәй. Әлшәйҙәр йылдан-йыл республика, ә унан инде Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә призлы урындар яулай. Ә директор үҙе “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” һәм “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Онотолмаҫ йәшлек йылдары, флотта хеҙмәт итеү, буласаҡ тормош юлдашын (Рәмзиә Ғәҙелша ҡыҙы ла һөнәре буйынса уҡытыусы) осратып ғаилә ҡороу, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп үҫтереү, утыҙ йылға яҡын мәктәптә, егерме ике йыл етәксе вазифаларҙа эшләү – быларҙың барыһы ла хәҙер инде артта ҡалған. Илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошондағы ҡатмарлы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, Тимерғәли Миңлегәрәй улы үҙ принциптарына һәм коммунистар партияһына тоғро ҡалды. Күп йылдар инде ул РФ Коммунистар партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе булып тора.

Эйе, бөгөн уға 70 йәш, әммә был дилбегәне һалыу өсөн сәбәп түгел. Күңеле менән ул һаман да бөтә донъяһын онотоп ярһыу арғымаҡта елдергән үҫмерҙәй. Киләсәктә лә рух һәм намыҫ төшөнсәләрен алға ҡуйып, ғүмер арғымаҡтарын эйәрләп, арымай-талмай яҙмыш даръяларын иңләгеҙ, Тимерғәли Миңлегәрәй улы.

Читайте нас: