Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
5 Июль 2019, 19:45

Һөйөү нурҙарына ҡойоноп

Уларҙың йортонда үҙенә генә хас, иҫ киткес йылыһәм ихлас мөнәсәбәт тояһың.

Был сәскәләргә күмелеп ултырған ихатаға килеп инеү менән үк һиҙелә башлай. Ошондай матур, нурлы һәм ҡотло донъяны күптән түгел генә алтын туйҙарын билдәләгән Моратхужиндар ҡаиләһе булдырған.
Хужалар менән аралашҡанда бер генә кеше менән һөйләшәһең кеүек – илле йыл бергә йәшәү дәүерендә улар бер бөтөнгә әүерелгән, уйҙары ла, теләк-хыялдары ла уртаҡ.
- Илле йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән, - ти Роза Сәйет ҡыҙы. Уның ҡояштай балҡыған йөҙө, ихласлығы һәм нур бөркөлгән күҙҙәре шунда уҡ һоҡланыу хисе уята. Тормош юлдашына яғымлы ҡарашын төбәгән Рәйеф Харрас улы ла уның менән ризалашыуын белдерҙе.
Моратхужиндарҙың ғаилә тарихы Раевкала башлана. Медицина институтын тамамлаған йәш табип юллама буйынса Әлшәй районы үҙәгенә эшкә килә. Ә бер йылдан һуң Роза Сәйет ҡыҙы район санэпидемиологтары сафын тулыландыра. Йәш, инициативалы активистка тиҙҙән комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Ул йыйылыштар үткәрә, уларҙа, әлбиттә, комсомолец Моратхужин да әүҙем ҡатнаша. Бына шул осорҙа сибәр ҡыҙ коллегаһының йөрәген яулағандыр, күрәһең. Ул үҙе лә әҙәплелеге, игелекле һәм аҡыллы булыуы менән үҙенә йәлеп иткән зәңгәр күҙле егеткә ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡала.
- Бик тә һөйкөмлө ине ул, - ти йәшлек йылдарын иҫкә алып, Роза Сәйет ҡыҙы. – Танышҡандан һуң өс йыл үткәс кенә өйләнештек. Балалар үҫтерҙек, намыҫ менән эшләнек, йәмәғәт тормошонда ла ҡатнаштыҡ.
Оҙаҡламай дауахана йәш ғаиләгә фатир бүлә. Әйткәндәй, ул эшкә килгән йәш табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн ваҡытлыса йәшәү йортона ла әүерелә. Моратхужиндар яңы эш башлаусы коллегаларына бер бүлмәләрен бирә. Тиҙҙән йәш ғаиләлә улдары, унан һуң ҡыҙҙары донъяға килә, тормош әкренләп шулай дауам итә. Бөгөн улдары Марат ғаиләһе менән Раевкала йәшәй, район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар оборонаһы буйынса баш белгес булып хеҙмәт һала. Айгөл иһә ата-әсәһе юлын һайлап, Өфө дауаханаларының береһендә баш табип урынбаҫары булып эшләй. Роза Сәйет ҡыҙы һәм Рәйеф Харрас улы - дүрт ейәнгә хәстәрлекле өләсәй менән олатай ҙа. Иң өлкәне, Илдар - әсәһе кеүек полицейский, Эльвира дизайнер-архитектор һөнәрен һайлаған. Башҡорт лицейын тамамлаған Руслан – спортсы, ауыр атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат, артабанғы яҙмышын профессиональ спорт менән бәйләргә теләй. Ә иң кесеһе Максим робот техникаһы менән мауыға. Ошондай ейәндәрең булғанда, уларҙың уңыштарына нисек ҡыуанмайһың инде.
Юбилярҙар үҙ тормошон яратҡан һөнәрҙәренә арнаған. Икеһе лә һаулыҡ һаҡлау системаһында тиҫтәләрсә йыл намыҫлы хеҙмәт һалып, бик күп наградаларға һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Роза Сәйет ҡыҙы – республиканың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре, район санэпидемстанцияһында утыҙ алты йыл эшләй, ун йыл ҡасаба Советы депутаты итеп һайлана. Рәйеф Харрас улы иһә 74 (!) йәшкә тиклем табип-рентгенолог була, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, 49 (!) йыл хеҙмәт стажына эйә.
- Рәйеф Харрас улын республикабыҙ баш ҡалаһына ла эшкә саҡырҙылар, - ти Роза Сәйет ҡыҙы. – Әммә беҙ атай-әсәйҙәребеҙгә ярҙам итеп, уларға терә булып йәшәргә ҡарар иттек. Өйләнешкәс тә Ырымбур өлкәһенән ҡәйнәмде, һуңынан Дәүләкән районынан әсәйемде лә үҙебеҙгә алып килдек. Ҡала шарттарында оло йәштәгеләрҙе ҡарау еңел булмаҫ, тип Раевкала ҡалырға булдыҡ.
Моратхужиндарҙың икеһе лә күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Рәйеф Харрас улының өс апаһы була. Роза Сәйет ҡыҙының ғаиләһендә алты ҡыҙ үҫә. Уның ата-әсәһе һуғышҡа тиклем Дәүләкән районының Исмәғил ауылында йәшәй, үҙ ерҙәре була. Артабан ғаилә Ленинградҡа күсеп китә. Атаһы урам һепереүсе булып эшкә урынлаша, йәшәргә бер бүлмә бирәләр. Яу ҡырынан ауыр яраланып ҡайтҡан атаһы хеҙмәтен трудармияла дауам итә. Шунан инде - блокада. Бәхеткә күрә, дүрт ҡыҙы менән ғаилә Ладога күле аша эвакуация төркөмөнә эләгә. Март айында улар юлға сыға һәм 1 майға ғына ҡайтып етә. Үҙҙәре менән “Зингер” тегеү машинаһын ғына алалар.
- Тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡас, мин, унан һуң һеңлем донъяға килгәнбеҙ, -ти Роза Сәйет ҡыҙы. - Ул бер айлыҡ ҡына сағында атайыбыҙ вафат булды. Ошо көндән алып беҙҙең өсөн ауыр тормош башланды. Ғаиләбеҙҙе шул тегеү машинаһы ғына ҡотҡарҙы. Әсәйем оҫта тегеүсе ине. Бөтә тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәрҙе кейендерҙе ул. Ә ҡалған туҡыма киҫәктәренән ҡыҙҙарына күлдәк текте. Күлдәктәрҙең дә ниндәйҙәрен әле, ҡала ҡыҙҙарыныҡынан һис тә ҡалышмай ине. Әсәйебеҙ алдынғы ҡарашлы кеше булды, ҡалала йәшәү тормошона йооғонто яһамай ҡалмағандыр.
Әсәһенең ҡул эшенә маһирлығы Роза Сәйет ҡыҙына ла күскән. Ул эштән ҡайтыуға йорт алдына яҡын-тирә урамдарҙан ҡыҙҙар йыйыла, уларҙы ла тегергә, бәйләргә өйрәтә. Хәҙер инде үҙҙәре өләсәй булып киткән “ҡыҙҙар” бөгөн дә остаздарына рәхмәт уҡый.
-Ул әле лә бәйләй, - ти Рәйеф Харрас улы тормош юлдашын маҡтап. – Тәҙрә төптәрендәге гөлдәр, йорт алдындағы сәскәләр - бөтәһе лә уның тырышлығы.
Ә йәшелсә баҡсаһы, хужабикә әйтеүенсә, башлыса ғаилә башлығы иңдәренә төшә. Рәйеф Харрас улының да ҡулдары алтын. Уларҙың ҙур иркен йорттары бик йыйнаҡ һәм күркәм, бөтә әйбер үҙ урынында, тышта ла, йорт эсендә лә һәр нәмә тәртиптә. Ҡунаҡсыл йортҡа йыш ҡына илебеҙҙең төөрлө мөйөштәренән апай-һеңлеләре, уларҙың балалары, ейәндәр, бүләләр, килен-кейәүҙәр йыйыла. Алтын туй тантанаһын да ҙур һәм татыу ғаилә бергәләп билдәләгән. Был көнгә юбилярҙар күп йылдар дауамында тырыш хеҙмәт, оло һойөү аша килгән, бер-береһенә ҡарата хәстәрлек һәм йылылыҡ, игелек һәм ихтирамлыҡ тойғоларын түкмәй-сәсмәй һаҡлап ҡалған улар.


Автор фотоһы.
Алтын юбилейҙарын билдәләгән Роза Сәйет ҡыҙы һәм Рәйеф Харрас улы Моратхужиндар .
8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан илебеҙҙә татыу һәм өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнә, тантаналы кисәләр уҙа.
Башҡортостанда
был байрам көндө Бөрө ҡалаһында сағыу сара – республика ғаилә фестивале үтәсәк.
Читайте нас: