Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙең быуын ныҡ булды”

Бөгөнгө мәҡәләмдең геройҙары - Себенле ауылында йәшәп, матур ғүмер юлы үткән Рәйсә Ғарифулла ҡыҙы Рафиҡова һәм Рәйсә Хисаметдин ҡыҙы Шәйхетдинова.

Йылдар үткән һайын беҙ һуғыш ветерандары, тыл эшсәндәренең ҡаһарманлығы тураһында күберәк уйланабыҙ, ул быуын кешеләренең түҙемлеге, тырышлығы, саялығына, ниндәй генә ауырлыҡтарға осраһа ла бирешмәй йәшәүгә, матур киләсәккә ынтылыуҙарына һоҡланабыҙ.

Һуғыш башланғанда 15 йәшлек кенә Рәйсә Ғарифулла ҡыҙы ла башҡа балалар кеүек ололар менән бер рәттән, колхоз баҫыуҙарында тир түгә. Артабан уны Дәүләкәндәге механизаторҙар курсына уҡырға ебәрәләр. “Болт, гайка тигән һүҙҙәрҙе лә аңламайым, русса бөтөнләй белмәйем. Әммә дүрт айҙан һуң тырышлығым, ныҡышлығым арҡаһында курсты “отлично”ға тамамлап ҡайтып, комбайнсы булып эшләй башланым. Ярҙамсым итеп Мәрхәбә Ғимранованы тәғәйенләнеләр”, - тип хәтерләй ул йылдарҙы тыл ветераны.

Ниһайәт, ергә 1945 йылдың Еңеү яҙы килә. Һуғыштан бер-бер артлы яугирҙәр ҡайта башлай. 19 йәшлек Рәйсә лә ошо йылда тормош юлдашын осратып, фронтовик Бәхтийәр Рафиҡовҡа кейәүгә сыға. Алты балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр, һоҡланғыс пар булды Рафиҡовтар. Дүрт йәшенән әсәйһеҙ ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татығын Бәхтийәр ағай ҙа ғүмере буйы кешеләргә яҡшылыҡ эшләп, ҡәнәғәт булып йәшәй белде. Үҙем дә мәктәптә эшләгән дәүерҙә уларҙы өлгөлө атай-әсәй, тырыш, уңған, тәрбиәле ауылдаштар булараҡ уҡыусылар менән осрашыуҙарға, класс сәғәттәренә йыш саҡыра торғайным.

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында 1929 йылда тыуған Рәйсә апай Шәйхетдинова ла һуғыш осоро балалары күргән михнәттәрҙе татып үҫкән. Һуғыштан һуң да донъялар тиҙ генә яйланып китмәгән бит әле. Ниндәй генә юҡлыҡ заманда йәшәһәләр ҙә, Рәйсә Хисаметдин ҡыҙы ла үҙ алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, ҙур тырышлыҡтар һалып, Өфө китапхана техникумын тамамлай. 1950 йылда йүнәлтмә буйынса Себенле ауылына эшкә килә. Һәм ошонда тороп та ҡала, Йомағол ағай Муллагилдин менән ғаилә ҡороп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Үҙенең яратҡан эше тураһында һөйләгәндә Рәйсә апайҙың бөгөн дә күҙҙәре янып китә: “Халыҡтың рухын күтәреү, уларҙы клубтарға, китапханаларға йәлеп итеү, кистәрен концерт, спектаклдәр ҡуйыу – бөтәһе лә беҙҙең елкәлә булды. Ураҡ осоронда баҫыуҙарға сығып, механизаторҙар алдында концерттар менән сығыш яһайбыҙ, кистәрен хеҙмәт алдынғылары хаҡында “Дан бите” гәзите сығара инек”, – тип хәтерләй хеҙмәт ветераны. Тырышлыҡтары бушҡа китмәй. Себенле китапханаһы күп тә үтмәй, район буйынса алдынғы урындарға сыға. Йәш китапханасы тағы ла дәртләнеберәк эшләй башлай, абруйы ла арта. Ауылда радиоузел барлыҡҡа килгәс, бөтә халыҡ “Себенле Левитаны” тип йөрөткән Рәшит ағай Ғилманов менән колхоз яңылыҡтары, ауылдарҙағы етешһеҙлектәр, яҡшы ғаиләләр, насар ғәҙәтле кешеләр тураһында радио тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығаралар. Халыҡ араһында абруйы ҙур булған Рәйсә Шәйхетдинованы ауылдаштары күп тапҡырҙар депутат итеп тә һайлай.

Бына шундай һоҡланғыс тыл эшсәндәре, ике Рәйсә инәй йәшәй беҙҙең ауылда. Икеһе лә бик ихластар, аралашырға яраталар, бөгөнгө тормоштарынан ҡәнәғәт, балаларына рәхмәтле булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер кисерә улар.

Зәйнәп ШӘРИПОВА,

мәғариф ветераны.

Себенле ауылы.
Читайте нас: