Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
14 Февраль 2019, 16:36

Утлы Афған юлын үткән

Яугир-интернацоналистар менән бергә Рөстәм Кәримов та Афғанстан еренә аяҡ баҫа

Раевка 2-се урта мәктәбен, артабан 1987 йылдың майында Өфө ҡалаһындағы 61-се һөнәрселек училищеһының беренсе курсын тамамлағандан һуң Рөстәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы ала һәм элекке Советтар Союзының иң көньяҡ нөктәһенә - Кушка ҡалаһындағы уҡыу үҙәгенә элемтә ротаһына эләгә. Ярты йылдан һуң уны десант-штурм батальоны составында Кандагар провинцияһына ебәрәләр.

- Мин дә шул ваҡиғалар уртаһында ҡайнармын тип, кем уйлаған, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы полиция подполковнигы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе урынбаҫары Р. Ғ. Кәримов.

Ысынлап та, 1979 йылдың декабрендә Амударья аша күпер буйлап совет ғәскәрҙәре сикләнгән контингенты (40-сы армия) частары Афғанстанға ингәндә был интернациональ миссияның ун йылға яҡын дауам итәсәге тураһында бер кем дә белмәй.

Кәримовтар ғаиләһендә өс ул үҫә. Өлкәне Вил Печорала хеҙмәт иткән, төпсөктәре Айрат мәктәптә уҡып йөрөй, ә уртансы улдары Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Ул йылдарҙа спецкомендатура етәксеһе булып эшләгән атаһы Ғиндулла Сөнәғәтулла улы һәм Раевка почтамтында инспектор булған әсәһе Зәйтүнә Ғаяз ҡыҙы Рөстәм менән һаубуллашыу өсөн сик буйы һаҡсылары ҡалаһы Кушкаға килә. Меңдәрсә ата-әсәләр кеүек, был минуттарҙа уларҙың да ниндәй тойғолар кисереүен һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел...

- Беҙ колонналар оҙатыуында блокпостарға, хәүефле участкаларға барҙыҡ, бригада составында хәрби постарға сыҡтыҡ. Палаткаларҙа йәшәнек. Яҡташтарымдан дуҫым Рәфис Мәғәсүмов менән уҡыу үҙәгендә булдыҡ, тик ул артиллерия батальонына эләкте. Шинданда хеҙмәт итергә ҡалған Андрей Исаев менән училищела бергә уҡыныҡ, - ти Рөстәм Ғиндулла улы.

Хәлде алырлыҡ эҫелек һәм ҡом-буранлы көслө афған еле, таныш булмаған сит таулы илдә, һәр үҫемлек артында засадала тороп совет һалдаттарын аяуһыҙ ҡырған “дух”тар. Мыйыҡтары ла сыҡмаған кисәге малайҙар, тиҙ арала өлкәнәйеп, “хәрби туғанлыҡ” хисе менән янып, ҡурҡыу белмәй һәм бойороҡтарҙы тикшереп тормай үҙенең интернациональ бурысын намыҫ менән үтәй. Ә күҙ алдында иптәштәре һәләк була...

Яңы йыл алдынан, 1987 йылдың 24 декабрендә, Кандагар провинцияһындағы алышта отделение командиры Владимир Метелица һәләк була, ул үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Уның менән бергә Рөстәм Кәримов та ноябрҙән декабргә тиклем хеҙмәт итә, хәрби операцияларҙа һәм хәрәкәт маршрутының хәүефле участкаларында автомобиль колонналарын оҙатып бара.

Рөстәм Ғиндулла улы бөгөн дә Афған һуғышынан иҫән ҡайтҡан яуҙаштары менән бәйләнеш тота. Хәрби дуҫтары менән улар Владимир Анатольевич Метелицаның ҡәберенә барғандар. Ул Витебск өлкәһе Миорский районының Черепы ауылында ерләнгән, хәрби пехота машинаһына уның исеме бирелгән.

15 февраль – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Был көндө 1989 йылда һуңғы совет һалдаты Термез эргәһендәге Амударья йылғаһы күпере аша сыға, шулай итеп совет ғәскәрҙәре тулыһынса Афғанстандан сығарыла.

- Әгәр ғәскәрҙәр сығарылмаһа, мин, бәлки, Афғанстанда ҡалған булыр инем, Рәсәйҙә, Кушканан алыҫ түгел ярты йыл хеҙмәт иттем. Шунда миңә кесе сержант званиеһы бирелде, - тип дауам итте Р. Ғ. Кәримов.

Афғанстанда үткән ауыр һәм хәүефле туғыҙ ай. Тыуған илгә ҡайтыу. Ул совет ғәскәрҙәрен Шиндандан сығарған ваҡытта “Батырлыҡ өсөн”, һуңыраҡ “Рәхмәтле афған халҡынан” миҙалы менән бүләкләнә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, “Связьстрой” тресының 506-сы ПМК-һында монтажсы, Раевка шәкәр заводында слесарь булып эшләй. Ә 1995 йылдың мартында Рөстәм Кәримов Әлшәй район эске эштәр бүлегенә эшкә килә. Ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәренән алып Рәсәй Эске эштәр бүлегенең Әлшәй районы буйынса полиция начальнигы урынбаҫарына тиклем күтәрелә, подполковник званиеһы бирелә, III дәрәжә “Яҡшы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Күпме йылдар уҙһа ла, һуғыш хәтирәләре онотолмай. Хәҙер инде Рөстәм Ғиндулла улы хәрби дуҫлыҡ, армияла сынығыу, бурысҡа тоғролоҡ һәм хәрби ант тураһында улдары Ринат менән Динарға, осрашыуҙарҙа мәктәп уҡыусыларына һөйләй. Үҫеп еткәс, ейәне Самир ҙа олатаһының героик үткәне тураһында беләсәк.

... Аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр, әйтерһең дә бер кемгә лә кәрәге булмаған ошо ҡурҡыныс һуғыштың өнһөҙ шаһиттары. Бергә һуғыш юлын үткән һәм утлы афған илендә мәңгелеккә ятып ҡалған хәрби дуҫтары бер ҡасан да онотолмаясаҡ.

Читайте нас: