Илебеҙ тарихында мөһим ваҡиға – 1943 йылдың декабрендә Төньяҡ-көнбайыш - Ленинград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәренең Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашҡан 589-сы артиллерия полкы составында Балғажы ауылынан яҡташыбыҙ ҡыҙылармеец Ноғман Гәрәев та була. Шуныһы әһәмиәтле, тап шул ваҡытта уның туған йортонда улдары Йәғәфәр, Ҡәнзәфәр һәм ҡатыны Хәлимә менән бергә Ленинградтан эвакуацияланған бер ҡатын балалары менән көн күрә.
Эшсе-крәҫтиәндәрҙең Ҡыҙыл армияһына Ноғман Гәрәев 1941 йылдың авгусында алына. Ҡыҫҡа ваҡытлы әҙерлек үткәндән һуң ул полк артиллерисы итеп билдәләнә, тап ошо полк баштан-аяҡ ҡоралланған фашист илбаҫарҙары менән Ленинград йүнәлешендә ҡан ҡойғос алыштар алып бара. Дошман, беҙҙең ғәскәрҙәрҙе төньяҡҡа ҡыҫырыҡлап, ҡаланы ҡамауҙа ҡалдырыуға өлгәшә. Ленинград халҡының блокаданы нисек үткәреүе – үҙе бер айырым тема. Ҡаҙаҡ аҡыны Джамбул Джабаевтың “Ленинградтар, минең балаларым! Ленинградтар – минең ғорурлығым!” тигән һүҙҙәре совет халҡының өлкән быуыны күңелендә мәңгелеккә ҡалды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үткән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ноғман Гәрәевты мин утыҙ йылға яҡын тыйнаҡ, ярҙамсыл, эшһөйәр кеше, бына тигән ғаилә башлығы һәм алты бала атаһы булараҡ белә инем. Ауылдаштарым уның батырлыҡтары һәм хәрби наградалары тураһында белмәгәндер ҙә, тип уйлайым. Сөнки яугир был хаҡта артыҡ һөйләп барманы. Ә бит ул – ике “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, командирҙарынан күп кенә рәхмәт хаттары алған. “Ҡыҙылармеец Ноғман Гәрәев Ленинград, Старая Русса ҡалалары эргәһендә барған алыштарҙа, Польшаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтте”, - тиелә бүләкләү ҡағыҙҙарының береһендә. Шулай уҡ унда яҡташыбыҙҙың үҙ орудие расчетының яраланған һәм һәләк булған яугирҙәрен алмаштырыуы тураһында ла бәйән ителә. Үҙ бурыстарын тиҙ һәм аныҡ үтәүе һөҙөмтәһендә дошмандың бер нисә һөжүме кире ҡағыла һәм техникаһы, һалдаттары юҡ ителә.
Һуғыш бөткәндән һуң Ноғман ағай тыуған ауылына ҡайта. Ауылдаштары уға эвакуацияла булған Ленинград ҡатындарын һәм уларҙың балаларын 1944 йылдың майында ҡыҙыл флагтар елберҙәгән тиҫтәләгән ылау менән Шафран станцияһына тиклем оҙатыуҙары тураһында һөйләй. Балғажы һәм Алдар ауылдары халҡы, алыҫтан килгән ошо кешеләр менән булғанын бүлешеп, ашатып, кейендереп, бер туғандарҙай көн күрә. Улар барыһы ла “Яңы көс” (Балғажы) һәм Чапаев исемендәге (Алдар) колхоздарҙа Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ал-ял белмәй эшләй.
Әйтеп үтеүемсә, Ноғман ағайҙы башланғыс синыфтарҙа уҡыған ваҡыттарҙан алып яҡшы хәтерләйем. Беҙ мәктәптән ҡайтышлай, магазинға инә торғайныҡ, ул унда мөдир булып эшләне. Ас-яланғас балаларҙы йәлләп, тиҙҙән тормоштарыбыҙ яҡшырасаҡ, тип йыуата һәм тәмлекәстәр менән һыйлай торғайны. Быға тиклем төшөбөҙгә лә инмәгән хәлүәнең тәме әле булһа тел осонда.
Һуғыштан һуңғы иң ауыр йылдарҙа ул Себенле, Һарыш һәм Тәүәтәй ауылдары ингән “Мир” колхозы рәйесе булып эшләй. Артабан үҙ ауылында комплекслы бригадаға етәкселек итә, янғын һағы етәксеһе була. Тормош иптәше менән алты бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына сығарҙылар.
...Армияла Ленинград хәрби округы полктарының береһендә авиамеханик булып хеҙмәт иткәндә миңә Фин ҡултығы һәм “йәшәү юлы” һуҙылған Ладога күле өҫтөнән осорға тура килде. Тирә-яҡта тынлыҡ, тик самолет геүләүе генә ишетелә. Аҫта тулҡындар тирбәлә, иген баҫыуҙары һәм көтөүлектәр, матур ҡалалар һәм ауылдар күренеп ҡала. Ә төндәрен һыу өҫтөндә йондоҙҙар емелдәшә... Ошондай тыныс тормошта яҡташыбыҙ Ноғман Гәрәевтың да өлөшө бар бит.
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 75 йыл элек, 1944 йылда, был көндө Ленинград тулыһынса фашист блокадаһынан азат ителә.