Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
14 Ғинуар 2019, 16:40

Ғүмер арғымаҡтарында елдереп

Сурай ауылында бер юлы өс ғаилә алтын туйҙарын билдәләне.

Ап-аҡ ҡарлы урамдар буйлап “Ағинәй” мәсетенә табан туй кортежы елдерә. Кәләштәр зауыҡлы ап-аҡ күлдәктәр һәм фата урынына мосолман кейемдәре кейгән, ә Мендельсон маршы урынына аҙан тауыштары яңғырай. Сәскә гөлләмәләре, тулҡынланыуҙар һәм изге теләктәр, бүләктәр һәм байрам табыны – быларҙың барыһы ла ғаилә парҙары тормошондағы мөһим ваҡиға - алтын туйҙың онотолмаҫ миҙгелдәре булып хәтерҙә ҡалыр.

Дим йылғаһы буйында урынлашҡан был башҡорт ауылы әйтерһең дә, үҙенә генә хас айырым ҡанундар буйынса йәшәй. Сурай бәләкәй ауыл булһа ла, унда проблемалар юҡ, тип әйтеп булмай, әммә халыҡ зарланып ултырмай, уларҙы бергәләп, кәңәшләшеп хәл итеү сараһын күрергә тырыша.

Күрше ауылдарҙағы аҙ комплектлы мәғариф учреждениелары бер-бер артлы ябыла башлағас, урындағы уҡытыусылар, ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләп, ауылда мәктәпте һаҡлап ҡала. Күптән түгел урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, зыяраттарҙы кәртәләп алғандар. Бөгөн инде яңы проект әҙерләү өҫтөндә эшләйҙәр. Ә яҡташтары ярҙамы менән төҙөлгән мәсет ысын мәғәнәһендә ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнде. Сурай халҡы төрлө тантаналарға ошонда йыйыла. Ул ғына ла түгел, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл асып һәм мәсет тирәһен ихаталап алғандан һуң был урын Ҡыҙыл майҙанға оҡшап ҡалған. Мәсеттән һәр көндө яңғыраған аҙан тауыштары кешеләр күңеленә иман нуры өҫтәй.

Өс ғаилә парының алтын туйын да сурайҙар “Ағинәй” мәсетендә уҙғарҙы. Юбилярҙар – Ғәзизә Ғата ҡыҙы һәм Марат Тимерхан улы Мөхәмәтшиндар, Гөлсәсәк Сәйетгәрәй ҡыҙы һәм Урал Ғайнулла улы Вәлиуллиндар, Рәшиҙә Хайтур ҡыҙы һәм Уралбай Алсынбай улы Хәсәновтарҙы матур ғүмер байрамдары менән ҡотларға балалары, ейәндәре, туғандары һәм күршеләре килде. Ә был тантананы ауыл Советы депутаты, ауыл старостаһы, ағинәй Зөбәржәт апай Ғәбделмәнова ойошторҙо.

- Ярты быуат элек яҙмыш һеҙҙе ҡауыштырҙы. Бөгөн һеҙ ғаиләгеҙ йылъяҙмаһының алтын битен асаһығыҙ. Бер-берегеҙгә һөйөү хистәрен һаҡлап, мөхәббәтегеҙгә тоғро ҡалып, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡлашып, ауырлыҡтарға бирешмәй, оҙон тормош юлы үттегеҙ. Һеҙ – ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр. Күңелегеҙгә оҡшаған һөнәр һайлап, тыуған ерегеҙҙә ал-ял белмәй эшләнегеҙ, лайыҡлы балалар үҫтерҙегеҙ, хәҙер инде ейәндәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ һеҙҙе уңыштары менән ҡыуандыра. Һеҙҙең тормош юлығыҙ –йәш быуын өсөн матур өлгө, - тип билдәләне Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы.

Ҡармыш ауыл Советы башлығы Дауыт Шәкүров алтын юбилярҙарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау открыткаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ғаилә парҙарын тәбрикләргә Зәкиә Солтангәрәева етәкселегендә мәктәп уҡытыусылары делегацияһы ла килгәйне. Оҙаҡ йылдар урындағы хужалыҡ рәйесе булып эшләгән ветеран-аграрсы Хәмит Ризуанов та юбилярҙарға изге теләктәрен әйтте.

Имам-хатип Жәүит хәҙрәт фатихаһынан һуң, йола буйынса кейәүҙәр кәләштәренә бүләктәр бирҙе. Ҡул эштәренә маһир кәләштәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы, тормош иптәштәренә генә түгел, тантанаға килеүселәргә лә бүләктәр таратты. Алтын ғаилә парҙары бер-береһенә туй балдаҡтары ла кейҙерҙе.

Ә инде бәхетле ғаилә сере менән уртаҡлашыуҙы һорағас, улар йылмайып: “Илле йыл күп һымаҡ тойолһа ла, ғүмер бер миҙгелдәй үтте лә китте. Яҙмыш һынауҙарына ҡарамай, бәхетле һәм шатлыҡлы мәлдәр генә хәтерҙә ҡалды... Сабыр булыу, бер-береңде һөйөү, ихтирам итеү һәм хәстәрлек күреү – ғаилә бәхетебеҙҙең сере бына шунда инде”, - тип яуап бирҙе.

Юғарыла әйтелгәндәргә өҫтәп, бәхетле парҙар һәр ауылды биҙәп йәшәһен, ә сурайҙар бындай тантаналарҙы йышыраҡ үткәрһен, тип әйтергә генә ҡала.

Читайте нас: