Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
10 Ғинуар 2019, 13:30

Ир-егеттәр кисмәҫ йылға юҡ

Юғары вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан, Салауат Ғәлимйән улы Фәйзуллин һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, ихлас һәм аралашыусан кеше булып ҡала.

Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиленең Әлшәй районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы, ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Салауат Ғәлимйән улы Фәйзуллин менән беҙ уның 70 йәшлек оло юбилейы алдынан осраштыҡ. Төрлө ваҡиғаларға бай тормош юлы үткән, күп йылдар етәксе вазифаларҙа эшләгән ветерандың хеҙмәт эшмәкәрлеге тыуған районы менән тығыҙ бәйле.

Салауат Ғәлимйән улы Аҡбирҙе ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлимйән Ниғәмәтйән улы иртә таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа хеҙмәт һалған данлыҡлы комбайнсы була. Йыш ҡына улын да үҙе менән эшкә алып барған һәм төрлө техникаға идара итергә өйрәткән. Тап атаһы уға игенсе һөнәре нескәлектәрен төшөндөргән, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләгән. Үҫеп еткәс Салауат инженер-механик булырға ҡарар итә һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу факультетына уҡырға инә.

Каникулдар осоронда практикала Хәйбулла районы баҫыуҙарында эшләгәндә, йәш комбайнсылар араһындағы ярышта еңеүсе була. Рекордлы күләмдә ашлыҡ һуҡтырған егет тураһында район гәзитендә һәм республика баҫмаларында мәҡәләләр донъя күрә

Диплом алғас, тыуған районына Салауат Юлаев исемендәге колхозға баш инженер булып эшкә ҡайта. Артабан уны Архангель районына, “Сельхозтехника” берекмәһенә ебәрәләр. Бер нисә йылдан һуң булдыҡлы йәш белгесте “Баҡалды” совхозы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был яуаплы урында ул алты йыл хеҙмәт һала. Ул осорҙа хужалыҡта бик күп эштәр эшләнә, ауыл хужалығы производствоһында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтмәһен, Салауат Ғәлимйән улы һәр ваҡыт тыуған яғына тартылып йәшәй. Районға ҡайтҡас, Раевка һөт заводы директоры булып эшләй башлай. Өс йылдан һуң инде уны Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул бында коллектив тупларға, юл предприятиеһы эшмәкәрлеген тейешле кимәлдә ойоштороуға өлгәшә. Ул йылдарҙа матди-техник базаны нығытыу буйынса ҙур эштәр атҡарыла. Капиталь гараждар, оҫтаханалар төҙөлә, ҡорамалдар һатып алына, автомобиль паркы яңы техника менән тулылана, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ төҙөлә.

Мөһим эштәр иҫәбенә шулай уҡ Дим йылғаһы үҙәнен үҙгәртеп, яңы күпер төҙөүҙе лә индерергә мөмкин. Ул йылдарҙа район үҙәге һыу баҫыу зонаһында ҡала ине. Юлдарҙы капиталь ремонтлау буйынса киң күләмле эштәр йәйелдерелә. Башҡарылған эштәр күләме буйынса юл ремонтлау-төҙөү идаралығы республикала тәүге биш район иҫәбенә инә. Шуға ла 1998 йылғы эш йомғаҡтары буйынса Салауат Ғәлимйән улына “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелә. Эшлекле сифаттары һәм ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте өсөн ул бер нисә тапҡыр юғары дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнә.

1999 йылда С. Фәйзуллинды Әлшәй ремонт-техник предприятиеһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йылдан һуң ул район ауыл хужалығы идаралығына хеҙмәтте һаҡлау һәм техника хәүефһеҙлеге буйынса баш белгес булып килә.

Шәхси тормошонан да уңа Салауат Ғәлимйән улы. Ҡатыны Зөһрә Мулланур ҡыҙы менән (ул оҙаҡ йылдар ветеринария лабораторияһы директоры булып эшләй) өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, биш ейәндәре бар. Улдары Ринат һәм Марат атайҙары юлын һайлап, инженер булып эшләй, ҡыҙҙары Рима Раевка үҙәк район дауаханаһыңда табип-терапевт булып хеҙмәт һала.

Юғары вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан, Салауат Ғәлимйән улы Фәйзуллин һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө һәм аралашыусан кеше булып ҡала. Тәбиғәт унан талантты ла йәлләмәгән. Ҡулына баян алһа, махсус музыка белеме булмаһа ла, теләһә ниндәй көйҙө тиҙ өйрәнеп күңелдәрҙе елкендереп уйнап та ебәрә. Сәнғәтте ярата, шуға ла Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы премьераларҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша. Шахмат менән мауыға. Бөгөн уны хатта ярыштарға судья булараҡ саҡыралар.

Салауат Ғәлимйән улы һәр ваҡыт райондың йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаны. Утыҙ йылдан ашыу район Советы депутаты итеп һайланған. Хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, әле лә халыҡ мәнфәғәтендә эшен дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиленең Әлшәй районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы булараҡ, ул һәр ваҡыт кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.

Автор фотоһы.

Читайте нас: