Рита Рифат ҡыҙы ике юғары белемгә эйә, ә һөнәрҙәре унан да күберәк. Ул мәктәптә пионервожатый ҙа, рәсем уҡытыусыһы ла булып эшләгән, һөнәрселек училищеһына етәкселек иткән, киске мәктәптә лә уҡытҡан. Һәүәҫкәр баҡсасы, төрлө тәжрибәләр яһарға яратҡан был ханым 70 сутый участкаһында сәскәләр, емеш ағастары, ҡыуаҡлыҡтар һәм төрлө сортлы йәшелсә үҫтерә һәм йыл һайын алынған мул уңыштан 500-600 банка (!) ҡайнатма, салат, компоттар әҙерләй. Ҡул эштәренә лә маһир, шулай уҡ ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай. Әммә уның иң мөһим һәм иң кәрәкле һөнәре – әсә булыу.
Тормош иптәше Урал Фаил улы менән, әйткәндәй, улар быйыл бергә йәшәүҙәренә 30 йыл тулыуҙы билдәләгән, студент йылдарында таныша. Икеһе лә Мәскәү технологик институтының Өфө филиалында уҡыйҙар. Урал – Иҫке Васильевканан, Рита – Ғәйнәямаҡтан, өйләнешкәс йәш белгестәр Шафран ауылында төпләнергә ҡарар итә. Тиҙҙән сабыйҙары Диана менән Радик донъяға килә.
Балалар үҫә. Мәктәпте уңышлы тамамлап юғары уҡыу йортона инәләр. Икеһе лә ата-әсәһе уҡыған институтта (ул һуңғы ваҡытта Өфө дәүләт иҡтисад сервис академияһы тип йөрөтөлә) диплом ала. Хәҙер инде үҙ ғаиләләре бар, Өфөлә йәшәйҙәр, ә Диана ата-әсәһенә ейәнсәр ҙә бүләк иткән.
Бер ваҡыт, тылсымлы байрам – Яңы йыл алдынан Әхмәҙиевтар ғаиләһендә ысын мәғәнәһендә мөғжизә була. Улар ауыл ситендәге ҙур һәм иркен йорттарына күптән көтөлгән ҡунаҡтар - 12 йәшлек Надяны һәм 10 йәшлек Костяны алып ҡайталар. Тиҙҙән Рита Рифат ҡыҙы һәм Урал Фаил улы рәсми рәүештә ошо ике бер туған балаларҙың ата-әсәһе булып китә.
Йылдар һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Тиҙҙән Надя, уның артынан Костя ла, мәктәпте тамамлап, үҙҙәренең ижади һәләте, спортҡа һөйөүе асылған, ә иң мөһиме, яҡындарын хөрмәт итергә, яратырға һәм улар тураһында хәстәрлек күрергә өйрәткән тыуған йорттарын ҡалдырып, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Бөгөн инде улар - Башҡортостан аграр университеты студенттары. Надежда – аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең булсаҡ технологы, ә Константин – энергетик. Хәҙер Шафранға ата-әсәләре янына ял көндәрендә генә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеү һәм бәләкәй туғандарын һағынып ҡайталар.
Эйе, яҙмыш ҡушыуымы, ғаиләләре йәнә арта. Был юлы Рита Рифат ҡыҙы бер туған Петя менән Кирилды тәрбиәгә ала. Байрам көндө Әхмәҙиевтарҙың ҙур, күркәм һәм матур йорто балаларҙың шат тауыштарына күмеләсәк. Бөтә ғаилә бергә йыйыласаҡ. Ун алты йыл Өфөлә төҙөлөш мастеры булып эшләгән атайҙары, ғаиләләре менән өлкән балалары һәм студенттар ҡайтасаҡ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел! Сөнки улар бер юлы ике байрам – Кирилдың тыуған көнөн һәм, әлбиттә, Әсә көнөн билдәләйәсәк. Ун йәше тулған малайға аҡыллы, сәләмәт бул, тигән теләктәр яңғыраһа, ә Рита Рифат ҡыҙын ғәзиз балалары ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап, байрам менән ҡотлаясаҡ.