Ул Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында 1928 йылда донъяға килә. Хәҙисә апай үҫеп буй еткергәс, ауылдың иң сибәр, уңған егеттәренең береһе Ғәббәс Кинйәбәй улы уны күп ҡыҙҙар араһынан үҙенә ғүмерлек тормош юлдашы итеп һайлай. Бер-бер артлы 7 балалары донъяға килә. Балаларына лайыҡлы белем биреп, хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына сығаралар, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр. Иң өлкән улы Ғәзимйән колхозда 40 йыл механизатор булып эшләй, Почет Билдәһе ордены менән бүләкләнә. Икенсе улы Рәмил дә ағаһынан ҡалышмай.Механизатор һөнәрен һайлай һәм районда уҙғарылған һөнәри ярыштарҙа гел призлы урындарҙы яулап, ҡиммәтле бүләктәр ала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер Ғәббәс Кинйәбай улы яҡты донъяларҙа юҡ инде. Хәҙисә Минеғәли ҡыҙы колхозда ниндәй генә эштә эшләһә лә, гел алдынғылар сафында бара, ирҙәр менән ярышып бесәнен дә саба, көлтәһен дә бәйләй, күпләп умарта тоталар, балаҫын да һуға, төрлө биҙәктәр һалып ойоҡбаштар бәйләй, гәзит-журналдар уҡырға, матур-матур шиғырҙар яҙырға ла форсат таба ул. Ауыл клубында уҙғарылған мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша."1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.
Бөгөнгө көндә хеҙмәт ветеранын ҡыҙы Ғәзимә ҡарай. Өйө йылы, түшәге йомшаҡ, бешереп ашатҡан аштары татлы. Башҡортостандың төрлө тарафтарына таралған балалары ла йыш ҡайтып, ҡәҙерле әсәләренең хәлен белешеп тора. Ауылда йәшәүсе Гөлли килене лә уны ярҙамынан, хәстәренән ташламай.
“Һөйөклө әсәкәйебеҙ, тыуған көнөңдә беҙ һиңә таҙалыҡ-һаулыҡ, түҙемлек, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ. Яңынан-яңы шиғырҙар ҙа көтәбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ, һәр нәмәлә һинән өлгө алырға тырышабыҙ. Беҙгә терәк булып йәшәргә лә әле, йәшәргә һиңә,әсәй!” - тине Хәҙисә апайҙың ғәзиз балалары, ғәзиз кешеләренең тыуған көн тантанаһына йыйылып.
Шулай уҡ хөрмәтле юбилярҙы 90 йәше тулыу айҡанлы ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы исеменән Зәйтүнә Аҙнағол ҡыҙы менән Мәрфуға Йәлил ҡыҙы ла ихлас тәбрикләне.
Матур, мул табынға йәм өҫтәп, шатлыҡ-ҡыуаныстан күңеле тулған Хәҙисә апай хөрмәтенә "Юлдаш" радиоһынан юбилярҙың яратҡан йыры ағылды.