Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөтәһе лә һөйөүҙән башлана...

Улар алтын көҙҙөң йылы бер кисендә осраша. Ул саҡта ҡыҙға – 19, ә егеткә 21йәш була.

Әхирәттәре араһында сибәрлеге, зифа буй-һыны һәм үҙ-үҙен тотошо менән айырылып торған һылыуға егет шунда уҡ иғтибар итә. Сибәркәйҙең күңелен яулап алыуы еңел булмай, әлбиттә, әммә егетебеҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел.

“Әгәр бер айҙан ошо һылыуға өйләнмәһәм, мин - мин булмам”, - тип һүҙ бирә ул үҙенә. Шафранда шофер булып эшләгән Жәүит һәр кис Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәгән һөйгәне янына ашыға. Егеттең етди ниәтен, ихлас хистәрен күреп, ҡыҙ ҙа йомшара төшә. Һәм теүәл бер айҙан һуң ҡарлы ғинуар кисендә Жәүит кәләшен санаға ултыртып, Шафранға алып та ҡайта.

Бына шулай Дәүләтовтарҙың ғаилә йылъяҙмаһы башлана. “Ғүмерҙең уҙғанын да һиҙмәнек”, - ти бер тауыштан Әлиә Фазлый ҡыҙы һәм Жәүит Вәлиәхмәт улы. Эйе, ысынлап та улар бик матур пар, әйтерһең дә, 60 йыл үтмәгән дә кеүек. Һәр хәрәкәттәрендә, һәр ҡараштарында – сикһеҙ йылылыҡ һәм наҙ.

Ә бит уларҙың тормошо еңелдән булмаған. Икеһе лә ал-ял белмәй хеҙмәт һалған. Әлиә апай ҡырҡ йыл ғүмерен Шафран шифаханаһына арнаған, ә ғаилә башлығы шофер булып эшләгән. Әйткәндәй, 83 йәшлек Жәүит ағай бөгөн дә елдереп автомобилдә йөрөй. Дәүләтовтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, һәр береһенә лайыҡлы белем алырға ярҙам иткән. Бөгөн ейәндәре өләсәй менән олатайҙарын уңыштары менән шатландыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә ҙур юғалтыуҙар ҙа кисергән - өлкән улдары һәм ейәндәре фажиғәле вафат булған, әммә тормош дауам итә бит, бер-береһенә терәк-таяныс булып, оло ҡайғыларҙы үткәреп ебәрергә үҙҙәрендә көс тапҡан улар.

60 йыл бергә ғүмер итеүҙе донъялағы иң ҡиммәтле һәм ныҡлы таш – бриллиант менән сағыштыралар. Ә ғаилә бәхетенең хаҡы бармы икән? Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисереүҙең сере нимәлә? Был һорауҙарға яуап табырға теләһәгеҙ, Дәүләтовтар кеүек һоҡланғыс ғаилә парҙарына ҡарағыҙ. Уларҙың күҙҙәрендә һеҙ “Бөтәһе лә һөйөүҙән башлана” тигән һүҙҙәрҙе уҡырһығыҙ...

Читайте нас: