Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
27 Апрель 2018, 11:50

“Яҙмышыма үпкәм юҡ”

"Мин алдан һыу һиптереү машинаһында юлды йыуҙыртам, арттан кешеләр тейәлгән автомашиналар колоннаһы бара. Бына шулай йөрөнөк"...

Миңлеәхмәт Зарипов Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.

Өҫтәл тулы маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары, миҙалдар, улар араһында II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалы ла бар, бихисап фотоһүрәттәр... Быларҙың барыһы ла мәҡәләбеҙ геройына ғына түгел, бөтә илебеҙ өсөн еңел булмаған осорға – Чернобыль ваҡиғаларына алып ҡайта.

1986 йылдың 26 апрелендә Советтар Союзында атом энергетикаһы тарихындағы ғәйәт ҙур һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерә. Украинала Чернобыль атом электр станцияһының бер реакторы шартлап, тирә-яҡҡа бик күп радиоактив матдәләр тарала. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңәрләгән кеше ебәрелә. Улар араһында яҡташыбыҙ Миңлеәхмәт Зарипов та була.

- Беҙ ул ваҡытта ғаиләбеҙ менән Ҡаҙағстанда, Тимертау ҡалаһында йәшәй инек, - тип башланы һүҙен Миңлеәхмәт Ғөбәй улы. – Мин автобус йөрөтәм. Ҡатыным менән ике бала тәрбиәләйбеҙ.

Миңлеәхмәт ағай тыумышы менән Ыҫлаҡ ауылыан, ишле ғаиләнән. Бөйөк Ватан һуғышын үтеп ҡайтҡан атаһы менән әсәһе менән ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ауыл мәктәбен тамамлаған егет шоферлыҡҡа уҡый. Армиянан ҡайтҡас, быраулаусы белгеслеге ала, Өфөлә эшләй. Яңы 1976 йылға аяҡ баҫҡанда һөйгәне, ауылдашы Рәйлә менән ғаилә ҡоралар. Тап бынаТимертауҙа төпләнгән Миҙхәт ағаһы йәштәрҙе үҙ янына, металлургтар ҡалаһына саҡыра ла инде.

- Чернобылгә авариянан һуң тәүгеләрҙән булып Миҙхәт ағайымды алдылар. Ул унда алты ай булып ҡайтты. Бер йылдан һуң, 1987 йылдың май баштарында миңә лә сират етте.

Тимертауҙан ебәрелгән 90 кеше Белоруссияның Чернобыль һәләкәте һөҙөмтәһендә ныҡ ҡына зыян күргән Гомель өлкәһенә, ҙур булмаған Хойники ҡалаһына эләгә. Уларҙы ике яруслы койкалар ҡуйылған палаткаларға урынлаштыралар, һалдат формаһы бирәләр.

Зариповтың хәрби часы авария урынынан 30 километрға тиклем алыҫлыҡтағы ауылдарҙы дезактивациялау менән шөғөлләнә.

- Мин алдан һыу һиптереү машинаһында юлды йыуҙыртам, арттан кешеләр тейәлгән автомашиналар колоннаһы бара. Бына шулай йөрөнөк. Беҙ ул ваҡытта радиация, уның тәьҫире тураһында күп нәмәне белмәй инек. Сөнки бер ниндәй үҙгәреш тә юҡ - йорттар, машиналар үҙ урынында, еҫ-фәлән һиҙелмәй. Тик килгәс тә тамаҡ төбө әсетә, ауыҙ кибә башланы. Радиация йоғонтоһо ул, тип аңлаттылар.

Ликвидаторҙар дозиметрҙар менән территорияны тикшереп, зарарланған ер ҡатламын көрәк менән йыйып ала, ҡаралты-ҡураларҙы һүтә һәм бөтә нәмәне урманға, махсус ҡәберлектәргә сығара. Техника ла шунда күмелә.

Әҙәм балаһы бөтә нәмәгә лә өйрәнә, тиҙәр бит. Типһә тимер өҙөрлөк был йәш ирҙәрҙе ауырлыҡтар ҡурҡытмай, күҙгә күренмәгән дошман – радиацияға әкренләп күнегәләр. Әммә йәшәү өсөн бөтә шарттары булып та, йән әҫәре күренмәгән буш өйҙәргә ҡарап йөрәктәре әрней уларҙың. Кешеләр бар мөлкәтен ҡалдырып, хатта өҫтәлдәге ризыҡты ла йыйыштырырға өлгөрмәй, ашығып йорттарын ташлап киткән. Был буш өйҙәр, әле ҡасан ғына һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре менән гөрләп торған тормоштоң өнһөҙ шаһиттары, атомды буйһондорорға тырышҡан бөтә кешелеккә үпкә белдергәндәй тойола.

- Ә ундағы ҡыҙарып бешкән алма, груша һәм сейә баҡсаларын күрһәгеҙ икән! Тәмләп ҡарағы килә – ләкин ярамай. Йылғаларҙа балыҡ шул тиклем күп, шундай эре, ҡыҙығып тотоп алабыҙ ҙа кире ебәрәбеҙ, - ти әңгәмәсем, йылмайып.

Һәләкәттең тап үҙәгендә лә эшләргә тура килә уға. Шартлаған реактор эргәһендәге һыу һурҙырыу станцияһы түбәһенең рубероидын ҡуптаралар.

- Сиратлап тиҙ генә түбәгә менәһең дә рубероидты киҫәктәргә бүлеп аҫҡа, ҡурғаш менән көпләнгән “КамАЗ” кузовына ырғытаһың. 45 секундтан һуң тиҙерәк аҫҡа төшәһең. Һәм радиоактив туҙанды йыуыр өсөн ҡойоноу бүлмәһенә йүгерәһең. Һуңға табан минут ярымға тиклем эшләнек. Радиация кимәле, әлбиттә, күпкә юғары ине.

Ликвидаторҙар, донъяла бығаса күрелмәгән афәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, һәр көндө ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, үҙ-үҙен аямай ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. “Батырлыҡҡа һәм сыҙамлыҡҡа һынауҙы ышаныслы үтте”, тип яҙылған Миңлеәхмәт Зариповҡа бирелгән маҡтау ҡағыҙҙарының береһендә. Нисек барыһына ла түҙҙе икән ул? Ауылда, бәләкәйҙән үк ҡара эштә эшләп үҫеүе, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмауы, рух ныҡлығы ярҙам иткәндер, бәлки. Яҡындарыны, уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына ышанысы көс өҫтәгәндер.

Чернобылдән һуң тормош һәүетемсә дауам итә – эш, балалар, ғаилә мәшәҡәттәре. “Рәхәт булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Йылдар үткән һайын күңел тыуған яҡҡа нығыраҡ тартыла. Миңлеәхмәт ағайҙың оло йәштәге әсәһе лә ғәзиздәренең бөтөнләйгә ҡайтыуҙарын көтә. Һәм 2001 йылда Зариповтар, йыйған донъяларын ҡалдырып, төштәренә инеп йөҙәткән Ыҫлаҡҡа ҡайтып төшә. Әңгәмәсем ата-әсәһе иҫән саҡта уларҙың эргәһендә булыуына, һөйөклө кешеләрен һуңғы юлға оҙата алыуына яҙмышына рәхмәтле.

Ул Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысын хеҙмәтләндереүсе ойошмаға слесарь-ремонтсы булып урынлаша. Тыуған яғы өсөн янып йәшәгән, ғәҙеллек яҡлы, тынғыһыҙ яҡташтарын ауылдаштары староста итеп һайлап ҡуя. Был вазифаны ла, Миңлеәхмәт ағай һәр ваҡыттағыса, намыҫ менән биш йыл башҡара.

Зарарланған зонала алты ай бергә эшләгән Тимертауҙағы дуҫтары менән Башҡортостанға ҡайтҡаны бирле бәйләнеше өҙөлгән Миңлеәхмәт Ғөбәй улының. Бөгөн ул районыбыҙҙан Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашҡандар менән аралаша. Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта осрашыуҙар күберәк дауахана коридорҙарында үтә - радиация эҙһеҙ уҙмай шул. Хәүефле зонаға тәүгеләрҙән булып эләккән Миҙхәт ағаһы ла күптән яҡты донъяларҙа юҡ инде.

Бөгөн Миңлеәхмәт ағай үҙенең ғүмерлек тоғро юлдашы, ныҡлы таянысы һәм терәге булған Рәйлә апай менән район үҙәгендә йәшәй. Чернобыль атом электр станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы булараҡ бирелгән дәүләт торлаҡ сертификатына фатир һатып алғандар. Хәҙер инде балаларының үҙ ғаиләләре бар. Улдары Илдар - Ыҫлаҡта, ҡыҙҙары Розалия Раевкала донъя ҡорған,, өләсәй һәм олатайҙарын ҡыуандырып алты ейәндәре үҫә. “Өлкәне армияла хеҙмәт итә”, - ти олатай ғорурланып. Улы ла ил алдындағы изге бурысын үтәгән.

- Яҙмышыма үпкәм юҡ, шулай булырға тейеш булғандыр, күрәһең, - ти Миңлеәхмәт ағай. – Тик балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙгә бындай һынауҙарҙы кисерергә яҙмаһын ине.

Читайте нас: