Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һоҡланғыс кешеләр
21 Март 2018, 18:17

Парлы йәшәүҙәргә ни етә!

Сурай ауылындағы был матур, күркәм йорт әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Хужаһы ниндәй, өйө шундай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул халыҡта. Был йортта ла ауылдың иң өлгөлө, эшһөйәр ғаиләләренең береһе – Хәсәновтар йәшәй.

Сурай ауылындағы был матур, күркәм йорт әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Хужаһы ниндәй, өйө шундай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул халыҡта. Был йортта ла ауылдың иң өлгөлө, эшһөйәр ғаиләләренең береһе – Хәсәновтар йәшәй.

Сафуан менән Венера икеһе лә ошо ауылда тыуып, ишле ғаиләлә үҫкән, бер мәктәптә, бер синыфта белем алғандар. Сафуан бала саҡтан тырыш, ярҙамсыл егет булып үҫә. Ғаиләлә иң олоһо булғас, ата-әсәһенә булыша, туғандарын ҡараша. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Дәүләкән ҡалаһында механизатор һөнәренә уҡый. Ҡулына танытма алғас, ике йыл армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Артабан “Победа” колхозына механизатор булып эшкә килә. Уңған һәм булдыҡлы егет әсәһенә, туғандарына оло терәк булып, дәртләнеп эшләй. Сурайҙа “Дим-Урал” колхозы барлыҡҡа килгәс, Сафуан Хәсәнов ауылда бригадир, ферма мөдире булып хеҙмәт һала. 40 йылдан ашыу стажы булған ветеран Почет грамоталары, “Хеҙмәттәге батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Венера Күсәрбай ҡыҙының да хеҙмәт юлы сағыу ваҡиғаларға бай. Мәктәпте тамамлағандан һуң, ул биш йыл Владимир өлкәһендә тегеү фабрикаһында эшләй. Тыуған яғына ҡайтҡас, Раевка консерва заводына эшкә килә, ә кейәүгә сыҡҡас, оҙаҡ йылдар сөгөлдөрсө, һауынсы булып эшләй.

Хәсәновтарҙың ғаилә тарихы 1972 йылда башлана. Һөйөү-наҙға, матур миҙгелдәргә сорналып, тырыш хеҙмәт һәм донъя мәшәҡәттәре менән ҡырҡ биш йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Улар өс малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Балалары ла, ата-әсәләре кеүек, эшһөйәр һәм маҡсатҡа ынтылыусандар. Илдус һәм Илшат – шофер, Фирүзә уҡытыусы һөнәрен һайлаған, улар инде үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Ә Вилдан, төпсөк бала булараҡ, ата-әсәһе янында ҡалған. Ул – һөнәре буйынса умартасы, тимерҙән һәм ағастан биҙәкләп төрлө әйберҙәр эшләй. Егеттең оҫта ҡулларында бәләкәй генә тимер киҫәге лә ысын сәнғәт әҫәренә әүерелә.

Олатаһы менән өләсәһен ҡыуандырып, Хәсәновтарҙың бөгөн өс ейәндәре, өс ейәнсәрҙәре үҫеп килә. “Намыҫ менән эшләнек, ауылдаштар менән бер ғаиләләй татыу йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ ҙә бына тигән – ошо үҙе бәхет түгелме ни”, - тип йылмая юбилярҙар.

Эйе, уларҙы уртаҡ яҙмыш һәм йылдар һынауын үткән оло һөйөү берләштерә. Был бәхетле парға бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел, сөнки ныҡлы терәк һәм таяныс булған яҡындары, күңелдәренә йылылыҡ, тормоштарына дәрт өҫтәүсе һүнмәҫ ғаилә усағы бар.

Раушания УСМАНОВА, уҡытыусы.

Сурай ауылы.


Читайте нас: