Юбилей – үткән тормош юлына байҡау яһау мөмкинлеге биргән һоҡланғыс бер үр ул. Фәһим Ғилфан улы Сәләхетдинов та бөгөн бына шундай 70 йыллыҡ ғүмер үренә артыла, ир-егеттәр өсөн был – бай тормош тәжрибәһе туплап, ил ағаһы дәрәжәһенә күтәрелгән хозур миҙгел ул.
Фәһим Ғилфан улы Шишмә районы Борискино ауылында донъяға килә. Бала сағы һәм үҫмер йылдары Сабур ауылында үтә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө түбән вольтлы аппаратура заводында слесарь-йыйыусы булып эшләй. 1967 йылдың июнендә Фәһим хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Тымыҡ океан Хәрби Диңгеҙ Флотында өс йыл хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң, 1970 йылдың сентябрендә СССР Эске эштәр министрлығының Горький ҡалаһындағы урта махсус мәктәбе курсанты булып китә. Уҡыуын яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Фәһим Ғилфан улы Әлшәй районы эске эштәр бүлегенә өлкән инспектор вазифаһына тәғәйенләнә. Артабан уның хеҙмәт биографияһында күтәрелеш осоро башлана, 1990 йылда ул Әлшәй районы эске эштәр бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Фәһим Ғилфан улы бында һайлаған һөнәренең бөтә ауырлыҡтарын аңлап эшкә килә. Ғәҙеллекте яратыуы, намыҫлылығы, әҙәплелеге һәм үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы уны милиция органдарына алып килгәндер, моғайын. Бында 29 йыл хеҙмәт һала. Был уның өсөн һайланған һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә була.
Уның кеүектәр тураһында үҙ эшенең оҫтаһы тиҙәр. Енәйәтселәрҙе һәм хоҡуҡ боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырып, ул законһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәштә баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплай. Ә хеҙмәте һәр ваҡыт фиҙакәрлек, тәүәккәллек, даими көсөргәнешлек һәм иғтибар талап итә. Фәһим Ғилфан улы, был һөнәр кешеләренә бер нисек тә битараф булырға ярамай, тип иҫәпләй. Был эштә психолог та булырға, кешеләр менән аралаша белергә, миһырбанлылыҡ күрһәтеп, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булырға кәрәк. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, сит кеше проблемаларына битараф булмағандар ғына башҡаларҙың ихтирамын һәм ышанысын яулай ала. Ул маҡсатҡа ынтылыусан, көслө ихтыярлы ир-уҙамандарҙың береһе. Ныҡлы таянысы һәм терәге булған ғаиләһе – 46 йыл бергә татыу ғүмер кисергән ҡатыны Нажия һәм балалары Илшат менән Әлиә, туғандары һәм яҡындары уның эше өсөн янып йәшәүе менән күнеккән инде. Милиционер ғаиләһендә үҫкән балалары ла мәктәп эскәмйәһенән үк хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү тураһында хыяллана. Йәғни уларҙың һөнәр һайлауы осраҡлы булмай. Ҡыҙы ла, улы ла Эске эштәр министрлығының юридик университетын тамамлай. Илшат бөгөн – полиция подполковнигы, ҡыҙы Әлиә - майор. Олатайҙарын ҡыуандырып, дүрт ейәне үҫеп килә.
2001 йылда Фәһим Ғилфан улы подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Һөнәри тәжрибәһен һәм оҫталығын Фәһим Ғилфан улы йәш коллегалары менән теләп уртаҡлаша. Төплө белемгә эйә остаздары уларҙы һөнәренең мөһимлегенә инандыра һәм йәштәрҙе еңел булмаған, әммә бик кәрәкле эшкә әҙерләй.
Фәһим Ғилфан улы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға һәм законды күҙәтеүгә бөгөн дә үҙ өлөшөн индерә, илһөйәрлек идеалдарын пропагандалай. Милиция ветераны йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә, кешеләр менән бай тормош тәжрибәһен һәм күңел йылыһын ихлас уртаҡлаша. Уның тормош энергияһы, ҡыҙыҡһыныусанлығы, һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәй белеүе һәр кемде һоҡландыра.
Фәһим Ғилфан улы әлеге ваҡытта Раевка шәкәр заводы директорының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй. Уға ҡарап, нисек был кешелә малайҙарса тыйнаҡлыҡ һәм оло йәштәге ир-уҙамандың көс-ҡеүәте һәм тәүәккәллеге тура килеүенә хайран ҡалаһың. Ул бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, әммә үҙе хаҡында һөйләргә һис яратмай.
Спорт менән шөғөлләнә, балыҡ тоторға әүәҫ. Яҡшы физик әҙерлек тормошта ҙур әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләй. Ҡунаҡсыл. Йортоноң ишеге күп һанлы дуҫтары өсөн һәр ваҡыт асыҡ.
Тормошомдан уңдым: мине аңлаусы, тоғро ҡатыным, һоҡланғыс балаларым һәм ейәндәрем, ҡыҙыҡлы эшем бар, ти Фәнил Ғилфан улы. Бәхетле булыу өсөн кешегә тағы ла нимә кәрәк?