21 мартта Шиғриәт көнө тип билдәләнде. Был байрамдың төп маҡсаттарының береһе – телдәр төрлөлөгөн хуплау һәм поэзия ярҙамында юғалып барған телдәргә ярҙам итеү. Шулай уҡ шиғриәтте үҫтереү, телдән шиғыр уҡыу традицияһына ҡайтыу, поэзия менән башҡа сәнғәт төрҙәрен, мәҫәлән, театр, бейеү, һынлы сәнғәтте берҙәм итеү кеүек йүнәлештәрҙә эшләүгә лә саҡыра ул.
-Районыбыҙҙа шиғриәткә ғашиҡ, оҫта ҡәләм тибрәтеүселәр байтаҡ. Мин дә улар араһында булыуыма бик шатмын. Әлбиттә, күптәр килә алманы, шулай ҙа иҫтә ҡалырлыҡ ултырыш булды ул. Салауат Көҫәпҡолов, Венер Ғәлимов, Гөлфиә Ғиззәтова, Зөбәржат Ғәлина, Луиза Ғалимова менән бер рәттән мин дә ижад емештәрем менән уртаҡлаштым, үҙебеҙҙең шиғырҙарыбыҙҙы уҡып ишеттерҙек. Автор-башҡарыусылар йырҙарын йырланы. Осрашыу байрам сәйе менән тамамланды. Шундай матур кисәгә сакырғандары өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм! Киләһе осрашҡанға тиклем, ҡәләмдәш яҡташтарым! - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Тәүәтәй ауылынан Альбина Муллағолова.