Әлшәй хәбәрҙәре
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
17 Март 2021, 21:47

Килендәремә (Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА)

Улдарымдың йән яртыһы,Дуҫ-серҙәше,терәге.Килендәрем-килендәрем,Һеҙ - өйөбөҙ биҙәге.

Эшкә-уңған,телгә-наҙлы,
Нур уйнай күҙҙәрендә...
Сөбхәналла,күҙ теймәһен
Минең килендәремә!

Көтһөн һеҙҙе бәхет-шатлыҡ,
Бары аҡ юлдар ғына...
Сөбхәналла,күҙ теймәһен
Үҙ яҙғанын эҙләп тапҡан
Минең шәп улдарыма!

Арағыҙға,балаларым,
Үтмәһен һалҡын елдәр!
Тик уңыштар алып килһен
Алдағы килер көндәр!

Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас в