Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
9 Март 2021, 14:00

Көтөп ятмайымсы әле, Был ғүмерҙең уҙғанын... (Г. Ғиззәтуллина)

Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе талантлы ҡәләм оҫтаһы Гөлнур Ғиззәтуллинанан бик фәһемле шиғри күстәнәс.

*****
(Үткән ғүмер-аҡҡан һыу.Халыҡ мәҡәле.)
Көтөп ятмайымсы әле,
Был ғүмерҙең уҙғанын.
Етәр:
Йәшлегемде табайым да,
Ҡаҡҡылайым туҙанын.

Етәр:
Башымды күтәрәйем.
Барса ваҡ мәшәҡәттәрҙе
Ситкәрәк этәрәйем.

Етәр:
Бушатайым ҡулдарҙы.
Тартҡан йөктәр ары торһон-
Һеперәйем юлдарҙы.

Етәр:
Иңдәрҙе турайтайым.
Ваҡыт көҙгөһө алдай ул-
Һырҙарҙы шымартайым.

Етәр...
Еткән икән шул!Ҡара:
Үткән ғүмер-аҡҡан һыуҙай
Офоҡҡа табан аға!

Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: