Донъя мәшәҡәттәренән
Арып, йоҡлар төндәреңде
Алғанбыҙҙыр, йоҡо бирмәй
Йәп - йәш кенә мәлдәреңде.
Йөрәктәрең әрнегәндер
Тормош еле ҡаршы иҫһә.
Әле лә бит шул йөрәгең
Һаман беҙ тип ярһып тибә.
Рәнйеткәндер ҡай берәүҙәр,
Һынмағанһың беҙҙең хаҡҡа.
Йыйырсыҡтарҙа сағыла,
Сал сәстәрең һөйләй хатта.
Ярай, әсәй, ул мәлдәрең
Аҡ томанда, ҡалды артта.
Атайым менән бергәләп
Тигеҙ ғүмер көтһөн алда.
Йыйырсыҡтар - сыйырсыҡтар
Булып ҡына биҙәй улар.
Сал сәстәрҙә көмөш юлдар,
Бер тик тормаҫ алтын ҡулдар.
Сабыр йөрәк, түҙем күңел -
Беләм, әсәй, һиндә генә.
Йылдар уҙғас, әсәй булғас
Ҡулым һалам иңдәреңә.
Һиңә оҡшарға тырышып
Һыуҙар һибәм гөлдәремә.
Һиҙҙермәйсә шулай мин дә
Йәштәр түгәм...төндә генә ...