Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
10 Февраль 2021, 19:18

Илаҡ февраль

Илаҡ февраль. Минең кеүек Күңеле тулды микән? Ап - ҡарлы матурлыҡтан Әллә ул туйҙы микән? (Альбина Муллағолова).

Ник шашаһың ? Матурлыҡтан
Әйтсе, февраль, кем туйһын?
Боҙҙо тишә шашып-шашып,
Ҡаҙап тамсы - ҡамсыһын.
Илаҡ февраль. Үҙе илай,
Үҙе уҫал - бисара!
Бар аҡлыҡты пыр туҙҙырып,
Ел - дауылын осора.
Ямғырыңды бигерәк иртә
Яуҙыраһың түгелме?
Күңелем тулып, минең дә
Күҙемдән йәш түгелде.
Туҡта, февраль, көтәм әле
Сыйырсыҡ бурандарын.
Яуһын әле, яуһын ҡарҙар
Тултырып урамдарын!
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.
Тәүәтәй ауылы.
Фото: photographer.ru
Читайте нас: