Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
29 Ноябрь 2020, 14:10

Яратыуҙан туҡтамағыҙ әсәләрҙе!

Күпме йөрөй бала әсә ҡарынында,Фани донъяларға тыуғансы.Ә унан һуң күпме ҡулдан төшмәй,Үҙ аяғы менән ергә баҫҡансы!

Күпме төндәр әсә йоҡо күрмәй,
Көйһөҙләнгән саҡта балаһы.
Шул төндәрҙе бергә-бергә йыйып,
Бизмәндәргә ине һалаһы.
Әсә күңеленә тиңләшерҙәй
Юҡтыр даръялар был донъяла -
Күргән ауырлыҡтарға һыр бирмәй,
Хоҙайҙан үҙ(е)нә ул көс ала.
Әсә ҡурсалауын көн дә тойоп,
Йәшәй Ер йөҙөндә балалар.
Тик үҙҙәре күргән изгелекте,
Кире ҡайтарамы икән улар?!
Ситләтмәгеҙ бер үк әсәләрҙе,
Рәнйеүҙәренә юл ҡуймағыҙ...
Олоғайған саҡта ни күрһәтер
Һеҙҙән үрнәк алған балағыҙ?!
Салауат ҒӘЛИ (Көҫәпҡолов).
Раевка ауылы.
Читайте нас: