Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
9 Июнь 2020, 14:20

Дуҫтар көнө менән!

...Мин дә терәк була алһам инеДуҫ-туғанға ауыр саҡтарҙа... Гөлнур Ғиззәтуллина.

Дуҫтарыма
Дуҫтарым күп ине йәш саҡтарҙа,
Сөнки миңә хужа ине хистәр,
Уйҙа бары уйын көлкө ине,
Башта-һөйөү һәм дә айлы кистәр.
Ләкин бөгөн хужа миңә Аҡыл,
Ә Аҡылдың уң ҡулында -бизмән.
Һул ҡулына тотоп алған иләк-
Килә дуҫлыҡ хаҡын үлсәп,иләп.
Шуғамылыр,яндағы дуҫтарым,
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ләкин,һәр береһе-тайғанымда
Иңен ҡуйыр таяу булырлыҡ.
Мин дә терәк була алһам ине
Дуҫ-туғанға ауыр саҡтарҙа.
Донъя йөгө еңел була бит ул
Бер йөккә егелеп тартҡанда.
Гөлнур Ғиззәтуллина
Фото: социаль селтәрҙән
Читайте нас: