Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Облачно

Ауылымда мәсет төҙөлә

Республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдарында әленән-әле яңы иман йорттары асылып тора. Районыбыҙҙың Ҡармыш ауылында ла күркәм мәсет төҙөлөп бөтөп килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матур инде быйыл көҙө лә
Ауылымда мәсет төҙөлә!
Бисмилләле ошо төҙөлөш
Алып килер бик күп үҙгәреш.
Тыйнаҡланыр ҡыҙҙар, егеттәр,
Хәрәм ризыҡ һатмаҫ кибеттәр.
Имен үтһен тип ҡыш-йәйҙәр
Намаҙлығын йәйер инәйҙәр.
Бәрәкәтле булыр табындар,
Һәр бер йортта ҡорбан салырҙар.
Никах менән үтер бар туйҙар,
Бик өлөшлө булыр сабыйҙар.
Мәсет төҙөй беҙҙә ир-аттар...
Һоҡланырҙар уға ҡунаҡтар.
Моңло аҙан таңда уятыр,
Ауылыма шулай ҡот ҡайтыр!
Радик хәҙрәт ХӘЙРУЛЛИН.
Читайте нас