Әлшәй хәбәрҙәре
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ -ара ғаилә көнө менән!

Йәш саҡ-йәмле саҡ,Офоҡтар бейек. Йәш ғүмер һис тәҮтмәҫтер кеүек.

Йәшлек тиҙ үтә-
Ҡәҙерен белегеҙ.
Матур булығыҙ,
Уйнап-көлөгөҙ.
Йәшлек-яҙ кеүек
Үтә лә китә,
Нигеҙ нығытыр
Ваҡыттар етә.
Оя ҡорһағыҙ,
Уны һаҡлағыҙ,
Хыянат-ғәйбәткә
Ишек асмағыҙ.
Һәр көн туй булмай-
Осрар дауылы,
Булыр күҙ йәше,
Ҡары-ямғыры.
Һөйгәнегеҙҙе
Ситкә ҡаҡмағыҙ,
Һөйөү-наҙлы гөл
Уны һаҡлағыҙ.
Өйөгөҙ йәмләп
Балалар үҫһен,
Һеҙҙең матурлыҡ
Уларға күсһен.
Үҫһендәр улар
Терәк булырлыҡ,
Ситтән һоҡланып
Ҡарап торорлоҡ.
Һеҙҙең аранан
Үтмәһен ел дә,
Һөйөү гөлөгөҙ
Йәшәрһен көн дә.
Күңелегеҙ ҡапҡаһын
Ситтәр ҡаҡмаһын,
Бәлә-ҡазанан
Хоҙай һаҡлаһын.
Ауыр саҡта ла,
Еңел саҡта ла,
Хыялдар булһын
Алға атларға.
Һәр саҡ һайраһын
Бәхетегеҙ ҡошо!..
Йәштәргә минең
Теләгем ошо!
Гөлнур Ғиззәтуллина
Фото: youtube.com

Читайте нас: