Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
21 Апрель 2020, 18:00

Шиғыр эҙләй күңел...

Шиғыр эҙләй күңел...Уйланмаҫлыҡ түгел...Болғандылар никтер донъялар.

Бар хыялдар инде,
Селпәрәмә килде,
Дауа эҙләп, әрней яралар.
Күңел күҙләй тағын,
Көтә үҙ илһамын,
Яуап эҙләп сыҡтым елдәргә.
Йыйып барлыҡ көсөм,
Балаларым өсөн,
Мин әҙермен, йәнә, түҙергә.
Беҙгә ғүмер етер,
Беҙҙән ҡалыр, китер...
Тик балалар донъя йәмдәре.
Улар әле генә,
Йәшәү йәме генә,
Үҫеп кенә килгән мәлдәре.
Шиғыр һорай күңел,
Көнө бөгөн түгел,
Уйҙарҙы йүгәнләп аламын.
Тартып, ана, еңдән,
Семтей һалҡын елдәр,
Тәүге тапҡыр көсһөҙ ҡаламын...
Шиғыр эҙләй күңел,
Тик бер бөгөн түгел,
Яуап эҙләп сыҡҡан мәлдәрем.
Шәмһеҙ гел төндәрем,
Һеперә елдәрем
Янған күңелемдең көлдәрен...
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.
Тәүәтәй ауылы.
Читайте нас: