Бала көткән йәш әсәләй,
Тулышҡандар бөрөгә.
Көсөкләргә әҙер күптән,
Аҡ мамыҡтар күренә.
Шуҡ тулҡындар кемуҙарҙан
Ашығып сер һөйләйҙәр.
Боҙ киҫәктәрен ҙур юлға
Оҙатып йыр көйләйҙәр.
Яр башында умырзая,
Килгән бары ҡунаҡҡа.
Оялып ҡына башын эйә,
Күҙен ҡыҫып ҡояшҡа.
Сыйырсыҡтың телен белһәм,
Ҡушылып йырлар инем.
Күңелдәрем тамам тулып,
Һағынып ҡайттым, Димем!
Дим буйынан бала сағым,
Һыуҙар ташый күнәкләп.
Атлап киләм Дим ярынан
Илһамымды етәкләп...
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.